Төбәк үҫешен хәстәрләүселәр27.03.2015
Төбәк үҫешен хәстәрләүселәр Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 20 йыл тулыу уңайынан республика парламенты төрлө саҡырылыш депутаттарын, дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен тәбрикләне.

— Бөгөн беҙҙең парламент үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы яуаплы башҡара, ихтирам, ышаныс һәм абруй ҡаҙанған, — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла — респуб­ликаның төп закондар сығарыу органы үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр. Мәҫәлән, республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Альбина Воробьеваның парламентаризмды үҫтереүгә һалған хеҙмәте һәм әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге “Башҡортостан Республикаһында ҡануниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн” Почет билдәһе менән баһаланды.
— Ҡануниәт талабы — бер мәсьәлә. Иң мөһиме, яуаплылыҡ тойғоһон оноторға ярамай. Башҡортостан парламентаризмының сәйәси тотороҡлолоғон ана шул сифат билдәләй ҙә инде, — ти Альбина Рауил ҡыҙы.
Был көндө юғары наградаларға — “Закон­лы­лыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн”, “Башҡортостан Республикаһында ҡануниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн” Почет бил­дәләренә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамоталарына, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәт хаттарына — егерменән ашыу кеше эйә булды.
Көндөң икенсе яртыһында юбилей айҡанлы Дәүләт Йыйылышында Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Виктор Суздальцевтың күргәҙмәһе асылды.





Вернуться назад