“Көрсөктө бергәләп еңербеҙ”27.03.2015
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 18-се ултырышы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үтте. Был осраҡлы түгел, ни тиһәң дә, ошо көндәрҙә республика парламенты ойошторолоуға 20 йыл тула. Сараға йыйылғандар алдында төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов 2014 йыл йомғаҡтары хаҡында сығыш яһаны.
– Уҙған йыл ваҡиғаларға бай булды. Тышҡы һәм эске сәйәси ваҡиғалар киҫкенләште, улар иҡтисадта ла сағылыш тапты. Ҡулланыусылар һәм ипотека кредиттары буйынса ставкалар артты. Шуға ла ҡаҙнаны баланслау мотлаҡ. Иҡтисади хәл нисек кенә ауыр булмаһын, Рәсәй Президентының 2012 йылғы май указдарын үтәүгә өлгәштек, – тине республика Башлығы. Артабан ул төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты, көрсөктө еңеп сығыу өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклегенә баҫым яһаны. Иң мөһиме – халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе һәм хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләүҙе талап итте. Сығышынан һуң Рөстәм Хәмитов депутаттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
12 закон проекты һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде. Улар араһында “2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проекты бар. Билдәле булыуынса, федераль һалым ҡануниәтенең үҙгәреүе төп йыллыҡ документты әҙерләүгә ярайһы уҡ йоғонто яһаны. Һаулыҡ һаҡлауҙы, ауыл хужалығын, мәҙәниәтте, спортты, граждандарҙың социаль гарантияларын үҫтереүгә өҫтәмә сығымдар йүнәлтеләсәк. Аҡсаның бер өлөшөн ҡабаттан бүлеү ҡайһы бер предприятиеларҙы үҙгәртеп ҡороуға бәйле. Федераль бюджеттан керемдәр, шулай уҡ граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу күләме арттырылған. Бөрөлә күп функциялы мәҙәни үҙәк төҙөү өсөн өҫтәмә аҡса ҡаралған.
Бынан тыш, “Башҡортостанда инновация эшмәкәрлеге тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Башҡортостанда ҡала төҙөү эшмәкәрлеге тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекттары иғтибарға лайыҡ.
“Башҡортостанда айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре”, “Ерҙе мелиорациялау тураһында”ғы закондарға үҙгәрештәр индереү дауам итә әле.
Айырым суд участкаларына мировой судьялар тәғәйенләнде.