(Р. Мирасов, “Соҡор-саҡыр аша ҡайтабыҙ”,
2015 йыл, 23 ғинуар)
Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһенә илткән юл мөрәжәғәт иткән уҡыусыбыҙҙа ғына түгел, тотош халыҡта борсоулы хистәр уята. Шулай булмай ни, әленән-әле шул арауыҡта күпме бәрелеш, фажиғә теркәлә.Баш ҡала хакимиәтенән был хәлгә ҡарата яуап килде. Унда Өфөнөң төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы йүнәтеү идаралығы тарафынан “Өфө – Дим” автомобиль юлын ремонтлау өсөн проект документацияһы әҙерләнеүе хаҡында хәбәр ителә. “Әле ғәмәлдә булған ҡануниәткә ярашлы, был арауыҡты йүнәтеү эше генераль подряд ойошмаһын билдәләгәндән, тейешле муниципаль килешеү төҙөгәндән һуң ғына башҡарыласаҡ”, – тиелә беҙгә килгән ҡыҫҡа яҙма яуапта.
Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.