“Ирәмәл” грант отто27.03.2015
Урыҫ география йәмғиәте үткәргән конкурс йомғаҡтарына ярашлы, “Ирәмәл” тәбиғәт паркы 650 мең һумлыҡ грант аласаҡ. Аҡсаны “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосына арнап экологик-мәҙәни маршрут асыуға йүнәлтеү ҡаралған.
Проекттың координаторы, “Ирәмәл” паркы директоры урынбаҫары Илсаф Ғәбдиевтең фекеренсә, мөһим башланғыс республикала экскурсия-туристик эшмәкәрлекте үҫтереү һәм йәмәғәтселектең иғтибарын ошо үҙенсәлекле әҫәргә йәлеп итеү мөмкинлеген бирергә тейеш. Экскурсанттар эпоста һүрәтләнгән һәм “Ирәмәл” тәбиғәт паркы топонимикаһында сағылдырылған урындарҙы үҙ күҙҙәре менән күрәсәк.
Күҙаллауҙар буйынса, яңы экскурсия объекты туристарҙы 10 мең кешегә тиклем арттырыу мөмкинлеген бирә ала. Проект шулай уҡ белем биреү йәһәтенән һәм социаль яҡтан һөҙөмтәле булмаҡсы. Өҫтәүенә туристарҙы хеҙмәтләндереү буйынса яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк.