Тәьминәттә өҙөклөк юҡ27.03.2015
“Башфармация” предприятиеһының генераль директоры Айрат Абхалиҡов матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, республикала халыҡтың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеүҙә етешһеҙлектәр юҡ.

– Тауарҙы ҡабул итеү, һаҡлау, ваҡытында тәғәйен урынға еткереү, бүлеү — был эштәрҙең барыһы ла яйға һалынған. Әлбиттә, айырым осраҡтарҙа өҙөклөк барҙыр, ләкин был тотош системаға ҡағылмай. Халыҡты тәү сиратта дарыуҙарҙың етешмәүе борсой. Барыһы ла финанс мәсьәләһенә ҡайтып ҡала, — тине ул. — Бер рецепттың хаҡы уртаса 700 һумға төшә. Шул уҡ ваҡытта ҡиммәтле дарыуҙар талап иткән сирҙәр ҙә бар. Учреждение хәлде яйға һалыу сараһын табырға, экономияланған аҡсаны ҡиммәтерәк дарыуҙар һатып алыуға бүлергә тырыша.
Республикала халыҡтың льготалы категорияларын дарыу менән тәьмин итеүгә ил һәм төбәк ҡаҙналарынан йылына 3 миллиард һум самаһы аҡса бүленә. “Башфармация” етәксеһе әйтеүенсә, бер йыл эсендә яҡынса 7 мең кеше льготалы рецепттар буйынса мөрәжәғәт итә. Әгәр дарыухана ун көн эсендә теге йәки был препаратты таба алмай икән, рецепт биргән дауалау учреждениеһы ауырыуға стационар ярҙам күрһәтергә тейеш.




Вернуться назад