Эш йүнәлештәре тәҡдим ителде27.03.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда башҡарма власть өсөн 2019 йылға тиклемге эшмәкәрлек программаһы тәҡдим ителде.

– Уҙған биш йылда насар эшләмәнек, — тине төбәк етәксеһе. — Бөтә йүнәлештәр буйынса һөҙөмтәләребеҙ яҡшы. Был республика ҡаҙнаһына һәм йыйылма бюджетҡа килем туплауға ла ҡағыла. 2009 йылда республика бюджетына 70 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем индерелһә, былтыр был һан 100 миллиард һум тәшкил иткән, йәғни дүрт йыл эсендә Башҡортостан ҡаҙнаһына керемдәр 30 процентҡа артҡан.
Хөкүмәт Аппаратына программа эшләүгә ярты йыл самаһы ваҡыт бирелде. Премьер-министр урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, иҡтисад өлкәһендәге эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре конкурентлы, ылыҡтырғыс инвестиция мөхитен булдырыуҙы, сәнәғәтте, ауыл һәм урман хужалыҡтарын, ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүҙе, эшҡыуарлыҡҡа һәм туризмға булышлыҡ итеүҙе, дәүләт активтарына идараны камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо эштәрҙе ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә тулайым төбәк продукты 2019 йылға 1 триллион 863 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә әйтелгән иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алып программаға ун көн эсендә төҙәтмәләр индерергә һәм уны ҡарауға тәҡдим итергә ҡушты.








Вернуться назад