ЙОНДОҘНАМӘ27.03.2015
(30 март – 5 апрель)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Был аҙналағы ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашырға тура килер, моғайын. Ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ, әүҙемерәк эш итегеҙ. Күп нәмә һеҙҙең башланғыстарға бәйле булмаҡсы. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә яңы йүнәлештәрҙе күҙаллағыҙ. Һаулыҡ торошонда әллә ни үҙгәреш һиҙелмәй, тик бер аҙ талсығыуығыҙ ихтимал.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Хис-тойғоларҙы бер аҙ ауыҙлыҡларға, шәхси тормоштағы ваҡиғаларға тыныс ҡарарға кәңәш ителә. Яҡындарығыҙға баҫым яһамағыҙ, мөһим ҡарар ҡабул итеүҙә тупаҫлыҡ күрһәтмәгеҙ, бер аҙ көтөгөҙ. Теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә уйламай эш итеүегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ, ашыҡмағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06)
Аҙна көтөлмәгән ваҡиғаларға бай, шуға күрә бер нәмәне лә алдан күҙалламағыҙ, һөҙөмтә һеҙ уйлағанса булмаҫ. Мәлде үткәндәр йоғон­тоһона бирелмәй, еңел үткәрергә тырышығыҙ. Йүнселлек өлкәһендә эшләһәгеҙ, шөғөлөгөҙгә үҙгәреш индермәҫкә кәңәш ителә. Юғиһә үҫеш мөмкинлеген юғалтырһығыҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Ҡатмарлы осор көтөлә. Һеҙ мөнәсәбәттәрҙә аныҡлыҡты, асыҡлыҡты өнәп етмәйһегеҙ, шуға ла бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Әүҙемлек күрһәтмәгеҙ, хәл-шарттарға буйһо­норға тырышығыҙ. Имгәнеүҙән һаҡланығыҙ, электр ҡорамалдары менән һаҡ эш итегеҙ.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Рухи һәм физик күтәренкелек мәле. Һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ, бәхетегеҙҙе табырһығыҙ, моғайын. Ғөмүмән, апрель айы һеҙҙең өсөн бик әүҙем булмаҡсы. Сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте башлау өсөн дә уңайлы аҙна.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Яҡын арала ярайһы уҡ ҙур ҡыйынлыҡтар көтә. Яҡындарығыҙ менән дә мөнәсәбәттәр киҫ­кенләшер. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тыры­шығыҙ, юҡ-барға иғтибар итеп, уларҙы нахаҡҡа рәнйетеүегеҙ мөмкин. Эшмәкәрлек өлкәһендә ҡурҡмайынса, тәүәккәл булырға кәңәш ителә.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Ҡатмарлы һынауҙар мәле. Барыһы ла – кешеләр, ваҡиғалар, хәл-шарттар – тотороҡ­лолоҡҡа аяҡ салырға маташыр. Бирешмәгеҙ, уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ. Был аҙнала мөһим документтарға ҡул ҡуймаҫҡа кәңәш ителә. Бик арығанһығыҙ, бер аҙ ял итеп алығыҙ.

САЯН (23.10 — 21.11).
Эшегеҙ ҙә, өйҙәге мәшәҡәттәр ҙә бик күп ваҡыт талап итер. Ғөмүмән, аҙна тотороҡһоҙ, көсөргәнешле булмаҡсы. Күңел асыу сараларынан баш тартып торорға тура килер, моғайын. Ҙур ғына сығымдар көтөлә. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ, табипҡа күренегеҙ.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Шәхси һәм ижади һәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бик уңайлы аҙна. Мөхәббәт өлкәһендә лә уңыштар көтә. Абруйығыҙ бермә-бер артыр, айырыуса сит ил партнерҙары менән эшмәкәрлек өлкәһендә. Физик эш менән мауығып, ял тураһында онота күрмәгеҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Тәьҫораттарығыҙҙы, хис-тойғоларығыҙҙы йәшермәҫкә тырышығыҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә лә йомшаҡлыҡ күрһәтегеҙ, һөҙөмтәлә абруйығыҙ, дәрәжәгеҙ артыуын асыҡ тойорһоғоҙ. Эшмәкәрлектә артыҡ әүҙем ғәмәлдәр өсөн уңайһыҙ осор.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Бойоғоп ултырырға тура килмәҫ, әле бер, әле икенсе мәшәҡәт тыуып ҡына торор. Ҡы­ҙыҡ­лы кешене осратырһығыҙ. Ябай таныш­лыҡтың ҙур тойғоға әүерелеүе мөмкин. Эш урынындағы һөйләшеүҙәрҙә әүҙем булығыҙ – уңыш ҡаҙанырһығыҙ.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Хис-тойғоларҙың һуғарылырға тейешлеге хаҡында онотмағыҙ. Яҡындарығыҙға иғтибар­ҙы арттырһағыҙ, ыңғай һөҙөмтә көттөрмәҫ. Эш өлкәһендә инвестиция һалыу өсөн уңайлы мәл, ул үҙен тиҙ арала аҡлар. Туҡланыуығыҙға иғтибар итегеҙ, аш һеңдереү ағзалары сирҙәренең көсәйеүе ихтимал.


Вернуться назад