Йома ғибәҙәтенең үҙенсәлеге ниҙә?27.03.2015
Ҡөрьән аяттарында йомаға һәм был көндәге намаҙға айырым иғтибар бүленә. Ошо изге мәлдәге доғалар ҡабул булыр, тиелә уларҙа.
Аҙнаның башҡа көндәрендә намаҙҙы яңғыҙыңа уҡырға мөмкин. Ләкин йомала өйләне йәмәғәт менән ҡылыу мөһим – Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡан. Һәр ваҡыттағыса, мәсеткә мосолман пакланып, таҙа кейемдә килә. Йәмәғәт намаҙында имам хөтбә, вәғәз һөйләй, уны бүлдермәйенсә, тын ҡалып тыңлау зарур.
Йома ғибәҙәтендә Аллаһ Тәғәләнән ярҙамды үҙең һәм яҡындарың ғына түгел, ә барлыҡ мосолмандар өсөн һорау дөрөҫ булыр. Тыңланған вәғәздең һәр һүҙенә, мәғәнәһенә төшөнөргә, ҡушылғандарҙы тормошҡа ашырырға ынтылырға кәрәк. Шулай булғанда ғына иманға, дөрөҫ юлға саҡырыу эше киң таралыу алыр.
Үҙенсәлеге буйынса йомалағы йәмәғәт ғибәҙәте мосолмандарҙың йыйынын хәтерләтә. Вәғәз тыңлап, намаҙ уҡығандан һуң бер-береңдең хәлен белешеү, аралашыу, ниндәйҙер мәсьәләләр буйынса фекер алышыу мөһим. Изге көндәге йәмәғәт йыйынын сәбәпһеҙ ҡалдырыу – гонаһ. Әгәр ҙә инде барыу ысынлап та мөмкин түгел икән, Аллаһ Тәғәлә ғәфү итер, мосолман намаҙҙы яңғыҙы булһа ла мотлаҡ уҡырға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең замандаштарынан өлгө алып, йәмәғәт намаҙына балаларҙы ла йөрөтөү һәйбәт булыр ине. Бының өсөн иман йортонда йәш быуынға тейешле шарттар тыуҙырылыуы мөһим.