Йәштәр ижадында – Ҡөрьән һүҙҙәре27.03.2015
Йәштәр ижадында – Ҡөрьән һүҙҙәре Шамаил (ғәрәп телендә— “сифат”, фарсыла “һын, һүрәтләү” тигән төшөнсәне бирә) — дини сәнғәттең үҙенсәлекле төрө. Быялаға, киндергә, туҡымаға, ҡағыҙға төшөрөлгән, сигеп эшләнгән яҙмалы картиналар мәсеттәрҙе борон-борондан биҙәп торған.
Һынлы сәнғәттең был төрө Ислам ин­гән тәүге быуаттарҙа уҡ, мосолмандар Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләмдең бө­йөк­лөгөн тасуири һүҙҙәр аша бы­­уындан быуынға еткерә баш­ла­ғанда, барлыҡҡа килгән. Һөҙөмтәлә тора-бара үҙенсәлекле дини жанрға нигеҙ һалынған.
Өйҙө, бинаның эсен биҙәү өсөн тә­ғә­йенләнгән каллиграфия сәнғәтенең бар­лыҡ төрҙәре уҙған быуатта “шамаил” тигән терминға берләш­те­рел­гән. Был ижад эш­тәре бер-береһенән башҡарылыу алымы буйынса ла, йөкмәткеһе йәһәтенән дә айырыла. Мәҫәлән, берәүҙәренә Ҡөрьән сүрәләренән өҙөктәр алынһа, икенсе каллиграфик яҙмаларҙа халыҡ мәҙәниәте сағылыш таба.
Йәштәр ижадында – Ҡөрьән һүҙҙәреМәғлүм булыуынса, М. Аҡмулла исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ислам динен өйрәнеүгә, йәштәрҙе ошо рухта тәрбиәләүгә ҙур иғ­ти­бар бүленә. Сираттағы күркәм сара быны йәнә бер тапҡыр дәлилләне: художество-гра­фика факультетының сығарылыш студент­тары араһынан Элнара Миңлеғә­лие­ва, Зөл­фирә Уразаева һәм Олеся Асан­баева­ның шамаил стилендәге картина­лары күргәҙмәһе ойошторолдо. Үҙенсә­лек­ле ижад өлгөләре – йәштәрҙең диплом эше.
Күргәҙмә Башҡортостан мосол­манда­рының Диниә назараты бинаһында асылды. Сарала мөфтиәт, БДПУ-лағы художество-графика факультеты етәкселеге, билдәле рәссамдар, студенттар ҡатнашты.
– Педагогия университеты менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, – тине тантанала Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Рус­лан хәҙрәт Сәйәхов. – Студенттарҙың әле­ге күргәҙмәһе емешле хеҙмәт­тәшлек­тең килә­сәктә лә өҙөлмәҫенә йәнә бер инандыра.



Вернуться назад