Селлә мәлендә туғай һауаһынан да еңелерәге, сафырағы булмайҙыр. Уны һулаған һайын күкрәк киңәйеп, тын еңеләйеп киткәндәй була. Быны ялан һауаһын һулап үҫкән кеше генә тоя белә. Шуғамылыр, Аҡъярҙан ун километрҙағы Яңы Ергән ауылын үтеп, ниндәйҙер үҙәк буйына килеп еткәс, Дауыт Юлтый машинаны туҡтатты ла, төшөп, яр буйына китте. Таш аҫтынан беленер-беленмәҫ кенә юл ярып, сылтырап аҡҡан шишмә янына барып, ҡоластарын киң йәйеп, тәрән һулыш алды.
– Э-е-х, ошо ялан һауаһының сафлығы! –тип хозурланып һуланы. Унан, эйелеп, шишмә һыуын усы менән алып, бер нисә йотом эсте лә, тирә-яҡҡа йәйрәп ятҡан яланды оҙаҡ байҡап, уйға батып ҡарап торҙо. Кем белә, бәлки, буласаҡ әҫәре пейзажын тоҫмаллағандыр, бәлки, тыуған яҡ яландарын күҙ алдына килтергәндер.
Артабан киттек. Ул саҡта бер ауыл Советы биләмәһендә бер нисә колхоз була торғайны. Мәмбәт ауылы Советына ла өсәү –“Ҡыҙыл юл”, “Киң туғай”, “Таштуғай” колхоздары – ҡарай ине. Беҙ ауыл Советына килеп ингәндә, рәйес үҙ кабинетында бер әзмәүерҙәй егет менән ҡыҙыу һөйләшә ине. Йөҙҙәренә ҡарап, рәйестең ныҡ борсолғанлығын, ә уны тыңлаусының ғәм дә итмәгәнлеген күреп була ине. Беҙҙе күргәс, әңгәмә туҡтаны. Мин рәйестең:
– Бына шулай, ҡустым, ныҡлабыраҡ уйла мин әйткәндәрҙе, – тигәнен генә ишетеп ҡалдым.
Беҙ дөйөм сәләм бирҙек. Сит кешеләр килгәнен күргәс, башҡалар сығып китергә ашыҡты. Мин ауыл Советы рәйесен Дауыт Юлтый менән таныштырҙым. Рәйестең әлеге әңгәмә эҙе булған асыулы сырайы яҡтырып китте.
Юлтый шунда уҡ мал аҙығы туплау барышы, уңыш йыйыуға әҙерлек тураһында һораша башлар, тип уйлағайным. Ул иһә әңгәмәне ялан яғының саф һауаһын, тәбиғәтенең гүзәллеген маҡтауҙан башлап ебәрҙе лә үҙен тыңлаусының һаулығын, ғаилә тормошон, ауылдағы, колхоздарҙағы хәл-әхүәлдәрҙе һорашыуға күсте. Әңгәмә ошо рәүешле ниндәйҙер йәнле һөйләшеү төҫөн алды. Унан һуң урам аша ултырған “Киң туғай” колхозы идараһына киттек. Беҙ барып ингәндә, идаралағы бер нисә колхозсы араһында әлеге әзмәүерҙәй егетте йәнә осраттыҡ. Беҙҙе күргәс, ул йәһәтерәк тайыу яғын самаланы. Дауыт Юлтый колхозсылар менән сәләмләшкәндән һуң, әле сығып киткән егет яғына ишара итеп:
– Кем була һуң ул егет? Шомбай кеүек, беҙ ҡайҙа барһаҡ, шунда осрай, – тип һораны.
Колхоз рәйесе ҡулын ғына һелтәне:
– Йөрөй шунда тере көйөк булып, йоҡоһона баш була алмай. Ошондай ғифриттәй егет булып та, бер эшкә лә таҫылы юҡ, – тип зарланды.
– Таҫылы юҡмы, әллә теләге юҡмы? – тип аныҡланы Юлтый.
– Икеһе лә, моғайын. Беҙ аптыраныҡ инде, уның менән ни эшләргә? Ҡайҙа ҡуйһаҡ та, ҡулынан эш килмәй. Сип-сибек егеттәр көн һайын 0,25 – 0,30 гектар саба, ә ул ике көндә бер эшкә сығып, 0,10 – 0,15 гектарҙан арттыра алмай. Күбә тарттырырға бармай, кәбән өйөргә мендерһәң, ауып төшә. Шуға күрә бөгөн ауыл Советына ла саҡырттырып ҡарағайным. Һеҙгә шунда осрағандыр.
Дауыт Юлтый “Киң туғай” колхозы эштәре менән танышҡан арала, мин үҙ эштәрем менән мәшғүл булдым. Ә унан тимерлектә булып әйләнгәс, туғайҙа бесән сабыусылар янына барасағын, ыңғайҙа “Ҡыҙыл юл” колхозына ла һуғыласағын әйтте. Ә миңә уның әйләнеп ҡайтыуын ошонда көтөргә ҡушты.
Һауынсылар янында оҙағыраҡ торорға тура килде. Юлтый ағай болондан ҡайтып, минең оҙаҡлауыма асыулана торғандыр, тип хафаланғайным. Баҡһаң, улар ҡайтмаған икән.
Минең ғәжәпләнеүемә колхоз хисапсыһы, йылмайып:
– Беләһегеҙме, Юлтыев иптәш теге йоҡо тоҡсайын саҡыртып алып, бик оҙаҡ һөйләште бит! Бөтә зат-замирын ҡалдырмай һорашҡан. Нимә тигәндер, ишетмәнем. Ошонда ултыра инем. Әммә егетебеҙ бурҙаттай ҡыҙарып сығып китте, – тине.
Оҙаҡламай Дауыт Юлтый ҙа ауыл Советы рәйесе менән ҡайтып төштө. Һәм идараға инеп тормай, “Таштуғай”ға китергә ашыға башланы.
Дауыт Юлтый ауыл Советы рәйесен дә “Таштуғай”ға алып китте. Мәмбәт мәктәбе янынан үткәндә, Юлтый мәктәпкә ҡараш ташлап:
– Быны һәйбәт ремонтланылар, тинегеҙме әле? Эйе, тышынан уҡ күренеп тора. Ә бына “Ҡыҙыл юл” мәктәбе ремонтын тиҙләтергә кәрәк. Һеҙҙең ярҙамдан башҡа улар үҙҙәре генә булдыра алмаҫ. Халыҡ менән һөйләшеп, ат һәм кешеләр бүлергә кәрәк булыр. Юҡһа уҡыу башланыуға өлгөрмәҫтәр, – тине.
Уларҙың һөйләшеүенән мин Дауыт Юлтыйҙың “Ҡыҙыл юл” колхозында хужалыҡ эштәре менән генә түгел, бәлки, мәктәп һәм уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһынғанын аңланым.
“Таштуғай” колхозы ҙур булмаһа ла, хужалыҡтың бөтә тармаҡтары буйынса планды уңышлы үтәп килеүе яғынан районда алдынғылар рәтендә бара ине. Игенселек менән бер ҡатарҙан һөтсөлөк һәм һарыҡсылыҡ фермалары ла бар. Үҙенә күрә ҡымыҙсылыҡ фермаһы ла ойошторолған. Дөрөҫ, һуңғыһын “ферма” тип шартлы рәүештә генә әйтергә була – уның ҡымыҙы үҙ колхозсыларынан артмай ине.
Хужалыҡ эштәре менән танышып бөткәндән һуң, колхоз рәйесе Сөләймәнов ағай беҙҙе ҡымыҙ эсергә алып ҡайтты. Эҫелә оҙон көн буйына байтаҡ йөрөлгәнлектән, ярайһы уҡ арытҡайны, һыуһатҡайны.
Сөләймәнов, өлкәнерәк йәштә булһа ла, үтә теремек, егәрле һәм алсаҡ кеше ине. Ошо яғы менән Дауыт Юлтыйға оҡшаны, күрәһең, ул, һис икеләнмәй, уның өйөнә барырға ризалашты.
Дауыт Юлтыйға Сөләймәнов, ҡунаҡсыллығынан да бигерәк, ҡурайҙа оҫта уйнауы, боронғо йырҙар тарихын бер нисә вариантта һөйләп бирә алыуы менән оҡшаны булһа кәрәк. “Таштуғай”, “Урал” һәм күп кенә башҡа йырҙар тарихының төрлө вариантын Дауыт Юлтый Сөләймәновтан ҡабат-ҡабат һөйләтте. Был минутта уларҙы ситтән ҡарап ултырған кеше, был ике әшнә күптәнге таныштар, ахыры, тиер ине. Шул тиклем мауығып әңгәмәләштеләр.
“Таштуғай”ҙан беҙ кисләтеп кенә ҡайтырға сыҡтыҡ. Эҫелә йөрөп, талсығыуына ҡарамаҫтан, Дауыт Юлтыйҙың кәйефе яҡшы, күңеле күтәренке ине. Әйтерһең, ул күптән эҙләп йөрөгән нәмәһен тапҡан. Үҙе ҡурайсының ҡайһы бер көйҙәрен ауыҙ эсенән генә көйләп тә ҡуя.
Ҡайтышлай “Киң туғай” колхозы аша үткәндә, унда осратҡан теге әзмәүерҙәй бәндәне хәтерләне булһа кәрәк, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә:
– Беләһегеҙме, Ғәли ҡустым, әлеге ялҡау егет тегеләрҙе тамам аптыратып бөтөргән икән, ҡәһәрең. Булһа-була икән шул Хоҙай бәндәһе, – тине. –Ундайҙарға өгөт-нәсихәт барып етмәй. Халыҡ алдына баҫтырып, тәнҡитләү менән йышыраҡ шөғөлләнергә, халыҡ алдында оялтырға кәрәк уларҙы. Иҫкенән ҡалған мираҫтың береһе инде ул. Үҙ йортонда илке-һалҡы эшләгән кешене күмәк хужалыҡта ихлас эшләүсе итеү өсөн күп көс һалырға тура киләсәк, – тине. Унан ары бер аҙ өндәшмәй барғандан һуң фекере йәнә теге егеткә әйләнеп ҡайтты булһа кәрәк, миңә табан артҡа боролоп:
– Ундай әрәмтамаҡтарҙы стена гәзиттәрендә, махсус плакат-һүрәттәргә төшөрөп тәнҡитләргә өйрәтегеҙ агитаторҙарҙы, – тине.
Шунан һүҙҙе әҙәби әҫәрҙәрҙе пропагандалауҙа уҡытыусы-агитаторҙарҙы файҙаланыу мәсьәләһенә күсерҙе. Мин, үҙем дә һиҙмәҫтән, быйыл кемдең әҫәрҙәре буйынса ҡыҫҡа әңгәмәләр, китап уҡыусылар конференциялары үткәргәнебеҙҙе һис тотлоғоп тормайынса һөйләп бирҙем. Ә бит минең иң шөрләгәнем ошо тема ине. Ошондай күренекле яҙыусыға үҙебеҙҙең аҙмы-күпме башҡарған эшебеҙҙе һөйләп бирергә хәлемдән килерме икән тип борсола инем. Мине ҡытыҡлаған мәсьәлә буйынса беҙҙең һөйләшеп барыуҙар шундай ябай килеп сыҡты, хатта күңелемдән ғәжәпләндем уға. Был Дауыт Юлтыйҙың кешене үҙенә тарта, һыйындыра белеүенән ошолай килеп сыҡҡандыр.
Иртәгәһен яҙыусы район Совете рәйесе Әхмәҙи Солтанов менән “Маҡан”, “Таналыҡ” совхоздарына барып ҡайтты, ә кисен район партия активы йыйылышында донъя хәлдәре һәм уңыш йыйыуға әҙерлек бурыстары тураһында доклад яһаны. Уның докладын бик йотлоғоп тыңланылар, сөнки ул яҙыуға оҫта булған кеүек, кешене үҙенә тартырлыҡ һөйләү ҡеүәһенә лә эйә ине. Аҡъярҙан Дауыт Юлтый Йылайыр районына китте.
Йәй үтеп, көҙ етте. Күренекле драматург, яҙыусы һәм шағир менән осрашыуҙан ҡалған тәьҫораттар ҡайһы бер кешеләрҙә юйыла ла башлағандыр, бәлки. Әммә өлкәлә сыға торған йәштәр гәзите биттәрендә Дауыт Юлтыйҙың балалар өсөн яҙылған “Әпәш” исемле поэмаһынан өҙөктәр баҫылып сыҡҡас, шағирҙың исеме йәнә оҙаҡ ваҡытҡа халыҡ теленән төшмәне. Был ваҡиғаны Таналыҡ буйы халҡының өлкән быуыны әле лә хәтерләй, сөнки поэманың прототибы теге ялҡаулығы менән даны сыҡҡан егет икәнлеген халыҡ бик тиҙ танып алды.
“Әпәш” поэмаһы балаларға төбәп яҙылған һәм уларҙы эш һөйөүсән итеп тәрбиәләү маҡсат итеп ҡуйылған. Шағир “Әпәш”тең ялҡаулығының тамырын асып бирә – уны бала сағынан уҡ эшкә өйрәтмәгәндәр. Поэманың әһәмиәте ошонда, һәм уны ул бөгөн дә юғалтмаған.
Баҫмаға Ҡәҙим АРАЛБАЙ әҙерләне.