Йәмле тормош көттөрөп килде27.03.2015
Ишембай районының Ҡарлар ауылында йәшәүсе Йәмилә Миңлеғәле ҡыҙы Вәлиеваға ла һуғыш йылдары ауырлығын үҙ елкәһендә татырға тура килә. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫә, тик аяныслы тормош бишәүһен яҡты донъянан алып китә. Өс ҡыҙҙың араһында Йәмилә иң олоһо була. Бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал булып үҫә ул.
– Һай, ҡыҙым, малай ғына булып тыумағанһың бит, ҡулыңда эш ҡайнап тора, — тип һоҡлана атаһы.


Һуғыштың тәүге көндәренән үк ғаилә башлығы Ватанды һаҡларға яуға китә. Барлыҡ эш ҡатын-ҡыҙ, бала-саға елкәһенә ҡала. Иң ҙур маҡсат – бөтөн көстө һалып, яуҙағыларға ярҙам итеү, ажғырып килгән дошманды еңеү. Фронттан алған хаттарҙан фашистарҙың һыуыҡ­тан шөрләгәнен беләләр. Һәр өйҙә, Аллаһтан ҡаты һы­уыҡ ебәреүен теләп, доғалар уҡыла. Ҡыҙҙарҙы Силәбе, Сталинград яҡтарына эшкә оҙата башлайҙар. Йәмиләне Силәбегә урман ҡырҡыу эшенә алалар.
Иҫ китмәле ауыр тормош башлана: кейем-һалым етешмәй, аслыҡ… Етмәһә, тиф ауырыуы тарала. Ағас эше көс еткеһеҙ ауыр, йәш кенә ҡыҙҙар имгәнә, һал ағыҙғанда һыу төбөнә китеүселәр ҙә күп була.
– Беҙ өсәү – мари ҡыҙы Дарья, Ураҙбайҙан Ғәйни­камал һәм мин – нисек тә үлмәҫкә, ныҡ торорға тип план ҡорабыҙ, Һәләүек буйҙарына иҫән-һау ҡайты­уы­быҙҙы теләп, Алланан ялбарып һорайбыҙ. Күптәр аслыҡтан шешенеп үлде. Әжәлде еңеү өсөн һыу эсәбеҙ ҙә тоҙ ялайбыҙ. Бәрәңге ҡабығын йыйып, өтөп ашай­быҙ, – тип хәтерләй ул осорҙо хәҙер Йәмилә инәй. – Ике йыл буйы урман ҡырҡыу тамам хәлде алды. “Әгәр үлгегеҙ килмәһә, ҡасығыҙ”, – тигәстәр, тәүәккәлләргә булдыҡ. Төндә йәйәүләп юлды дауам итәбеҙ, ә көндөҙ урманда ҡасып ятабыҙ. Ажғырып аҡҡан һыу аша сыҡҡанда бата яҙғас, Дарья һөйрәп сығарҙы. Ғүмер буйы уға рәхмәтлемен. Аяҡтар шеште, үлер хәлгә еттек. Силәбегә Маҡар районынан 14 ҡыҙ киткәйнек, күптәре һәләк булды. Ҡайтып еткәс, үҙебеҙгә үҙебеҙ ышанмай, йәшел үләнде ҡосаҡ­лап-ҡосаҡлап илаштыҡ. Тыуған ерҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнен ситтә йөрөгәндә генә аңлайһың икән. Фронтта­ғы­ларҙың: “Һәр бер аҙым өсөн дошманға ҡаршы көрәшә­беҙ, ғүмерҙәребеҙҙе ҡыҙған­майбыҙ”, – тигән һүҙҙәренең хаҡ икәнен аңланыҡ…
Ауыл халҡының тормошо үтә лә ауырлашҡанын кү­реп, ныҡ әсенә ул. Ләкин берҙәмлек, бер һыныҡ икмәкте лә бүлешеп ашау, бер-береңдең хәленә инеү бөтәһен дә еңә, Бөйөк Еңеү халыҡҡа ҡанат ҡуя. Ир-аттың яртыһы һу­ғыш­тан әйләнеп ҡайтмай, мәңгелеккә сит ерҙәрҙә ятып ҡала...
– Ғәжәп хәлдәр ҙә булды. Зиннәт Насретдиновтың һәләк булыуы тураһында өс тапҡыр “ҡара ҡағыҙ” килде. Бер йылдан ул иҫән-һау ҡайтып ингәс, халыҡ шаҡ ҡатты. Тол ҡатындар “бәлки, беҙҙең ирҙәр ҙә шулай көтмәгәндә ҡайтып килер” тип өмөт итте, — ти әбей.
Йәмилә апай барлыҡ ауырлыҡты үтеп, колхозда ең һыҙғанып эшкә тотона. Уның фиҙакәрлеге, уңғанлығы хаҡында бөгөн күкрәгендәге миҙалдары, маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй.
Һуғыш ветераны Ғариф бабай менән ғаилә ҡороп, ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тыл һалдаты әле, тамуҡтарҙы үтеп, хәҙер ожмахта йәшәйем, тип һөйөнә, ғәзиз улы менән килене ғаиләһендә бәхетле ғүмер кисерә. Өс ейәне, ике бүләһе лә — ҙур ҡыуаныс. Һәләүек буйында ҡарағайҙан өй һалдылар, урам тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар. Хәстәрлеге өсөн Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт. “Былай булһа, 100 йәшкә лә етермен әле, бары донъяла тыныслыҡ булһын”, — тип яҡындарын дәртләндереп, һөйөүенә сорнап, йәшәй Йәмилә әбей.







Вернуться назад