Саңғысы аҡһаҡал27.03.2015
Саңғысы аҡһаҡал Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Әүхәҙей Ҡоҙашевтың бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән.
Ул Һабыр ауылында мәктәпкә барам тигәндә һуғыш башлана. Атаһы яуға алына һәм күп тә үтмәй хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе бик йәшләй биш бала менән тороп ҡала. Ғаиләлә берҙән-бер малай уның уң ҡулына, ныҡлы терәгенә әйләнә.


Йәйен үлән ашап, ҡайын һыуы эсеп көн күрә халыҡ. “Ауылдан биш километр алыҫлыҡта ятҡан Ураҙғолда эшләгәндәргә мин, 13 йәшлек малай, төшкө ашҡа бер биҙрә ҡатыҡ алып бара торғайным. Һаҡмар буйында ултырғанда бер ағас емешенә күҙем төштө. Йүкә бөрөһө булған икән. Атайымдың, 1921 йылда Урыҫбай яғынан тоҡлап йүкә бөрөһө йыйып алып ҡайттыҡ, тип һөйләгәне иҫкә төштө. Ҡайтып әсәйемә: “Ризыҡ таптым”, – тинем. Уның менән бөрөнө йыйып алып ҡайттыҡ.
Армия сафында уға үҙ йәштәштәре менән түгел, ә бер йәшкә олораҡтар менән хеҙмәт итергә тура килә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен намыҫлы, көслө итеп күрһәтә. Дүрт йыл хеҙмәт итеп, сержант дәрәжәһенә күтәрелгән Әүхәҙейҙе хеҙмәтен дауам итергә өгөтләйҙәр. Күпме генә алып ҡалырға тырышһалар ҙа, тыуған яғын һағыныуы, әсәһенә, апай-һеңлеләренә ярҙам итеү теләге көслөрәк була.
Өйҙән-өйгә йөрөп көн күргән ғаиләһенә яңы өй һалыу теләге менән яна ул. Армиянан ҡайтып бер нисә ай үтеүгә, уға колхоз рәйесе урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. 1955 йылда колхозға “Ашҡаҙар” хужалығы ҡушылғас, бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Унда өс йыл тирәһе эшләгәс, механизатор белеме булмағанлыҡтан төшөрөп ҡалдыралар. Артабан Әүхәҙей Ҡоҙашев төҙөлөштә эшләй. Бер аҙҙан идарасы саҡыртып алып: “Һин бик тырыш, әрһеҙ кеше”, – тип электр монтеры итеп ҡуя. 25 йыл шул вазифала намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға Әүхәҙей олатай.
Ҡатыны Кинйәбикә Ғибәтулла ҡыҙы менән бына инде 62 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Инәй ҙә күп ауырлыҡ күргән: иртә етем ҡалған, бер ағаһы һуғышта һәләк булған, икенсеһе ФЗО-ға эләккән, шулай итеп, ҡарауһыҙ ҡалған ҡыҙ Һабыр балалар йортонда тәрбиәләнә.
Кинйәбикә менән Әүхәҙей Ҡоҙашевтар бер ҡыҙ үҫтерҙе, хәҙер ике ейәндәренә, өс бүләләренә ҡарап ҡыуанып йәшәйҙәр. Үҙ ғүмерендә бер нисә тапҡыр үлемдән ҡалған олатай әле лә һаулығына битараф түгел. Иртән тороп һалҡын һыу менән ҡойона, физик күнекмәләр яһай. Ҡышын саңғыла йөрөргә, балыҡ ҡармаҡларға ла ярата.








Вернуться назад