Ағайымдың хаттары27.03.2015
Ағайымдың хаттары Тәүге шиғырҙар китабымды “Өскөл хаттар” тип исемләгәйнем. Тәүге ижад емештәрем баҫыла башлаған саҡта уйлап ҡуйған ике һүҙ ине ул. Сөнки ундай һалдат хаттары — оло ағайыбыҙҙың әсәйем, ағайҙарым, апайым һәм минең һәр беребеҙгә атап яҙылған сәләмдәре, йөрәк һүҙе. Архивымдағы иң ҡәҙерле урында һаҡланған өс тиҫтәнән ашыу иң тетрәткес, иң ғәзиз ҡомартҡы улар.
Фәтхрахман ағайым һәр бере­беҙгә айырым-айырым хаттар яҙған. Иң күбе, әлбиттә, әсә­йемә. Бына шуларҙың береһе:
“Ҡәҙерле әсәйем! Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек тәрбиәләп үҫтергән оло улың Фәтхрахман яугир­ҙән сикһеҙ күп ҡайнар, һағышлы сәләм. Туған­дарыма, туған-ырыу­ҙарға, дуҫтарға – шул уҡ ҡайнар сә­ләм. Сәләм һу­ңында бөтәгеҙгә лә матур тормош, сәләмәтлек теләйем.
Әсәй! Мин бик матур урында йәшәйем. Ашау бик яҡшы. Кейендерҙеләр. Атайымды оҙаҡламай күрермен тип торам. Шунда иҫке кейемде уға бирәм инде. 24 мартта Баймөхәмәт ағайҙарҙы осраттым. Эшләгән ерҙә Нәфисә апайҙы күреп “Апай!” тип ҡысҡырғайным, илап ебәрҙе. Хәҙер көн дә һөйләшеп торам. Һеҙгә сәләм яҙырға ҡушты. Ашауҙары яҡшы икән.
Әсәй! Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, сөнки мине хур булырлыҡ итеп тәрбиә­ләмәнегеҙ. Штабта ла, хәрби бюро ағзаһы булып та эшләйем.
Минең ваҡытым юҡ. Үҙегеҙ күп итеп яҙығыҙ. Һыйыр быҙаула­нымы? Этебеҙ Пальма иҫәнме? Ауылда ниндәй үҙгәрештәр бар? Атайымдан хат алаһығыҙмы? Минән ниндәй ярҙам кәрәк? Бөтәһен дә хатҡа яҙығыҙ. Сәләм менән улың Фәтхрахман. 10.04.1942”.
Артабан да ағайым­дың хаттарында һәр беребеҙ өсөн борсолоу, хәстәрлек булды. Әсәйемә яҙылғандары тетрән­дергес ине, бигерәк тә шиғыр­ҙары…
Ағайым кеүек аҫыл егет­тәрҙең һуғыш­тағы, тылдағы иҫ киткес ҡаһарманлығы — тетрәткес һәм мәңгелек иҫтәлек!





Вернуться назад