Туғандар10.02.2012
(Анатолий Новиковтан)
Бер ҡалала ағалы-ҡустылы ике ир-егет йәшәй. Айырым торалар. Инде биш йыл күрешкәндәре юҡ. Байрамда ла, тыуған көндә лә, былай, сәбәпһеҙ ҙә. Бер-береһенә открытка ебәргәндәре лә булманы. Араларында нимә булғандыр — уныһы беҙгә ҡараңғы. Бына көндәрҙән бер көндө ағай кеше ҡустыһын осратты. Ҡайҙа тип уйлайһығыҙ?
Ҡустыһы урам аша ер аҫтынан сыға торған урында хәйер һорап ултыра ине. Атайҙарынан ҡалған иҫке эшләпәһен алдына ҡуйған. Күкрәгенә яҙыу элгән. Былай тип яҙған: “Мәрхәмәтле кешеләр! Алла хаҡы өсөн ярҙам итегеҙ! Үҙемә һорамайым. Тыумыштан ғәрип: һуҡыр, һаңғырау һәм бер аяҡһыҙ ағайыма сит илдә дауаланыу өсөн аҡса кәрәк. Доллар бирһәгеҙ, бигерәк тә һәйбәт”.
Ағаһы, үҙе хаҡындағы был һүҙҙәрҙе уҡып, күҙҙәрен, ҡолаҡтарын ыуғыланы, аяҡтарын ҡапшап ҡараны. Дүрт һаны теүәл ине.
— Минең табутҡа ла аҡса йыймайһыңмы улай-былай? — тип һораны ул, аптырағас.
Ҡусты кеше, ағаһын күреп:
— Кит бынан, эшләргә ирек бир! — тине.
Ағаһының асыуы килде.
— Ошоно эш тип атайһыңмы?! Ах, суҡынсыҡ! Әрәмтамаҡ! Мин көнө-төнө ҡара тиргә төшөп, ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, алды-ялды белмәй эшләйем... Еңел генә йәшәргә булдыңмы?! Оялыр инең әҙерәк! Һытып үлтерергә кәрәк һинең ишеләрҙе! Бөтә нәҫелебеҙгә тап төшөрәһең! Бына һинең кеүек әрәмтамаҡтар арҡаһында илебеҙ һис мандый алмай. Осрамаған булһаң икән, исмаһам. Һинең өсөн миңә оят. Тормоштоң иң төбөнә тәгәрәгәнһең дә баһа... Ярай, һинең менән тел сарлап торорға ваҡыт юҡ, эш күп, — тип ҡустыһының ярты эшләпә аҡсаһын кеҫәһенә бушатты ла ары китте ағай кеше.
— Ҡайҙа эшләйһең, ағай? — тип һорап ҡалырға ғына өлгөрҙө хәйерсе.
— Рэкетир мин, — тип яуапланы тегеһе, боролоп ҡарамай ғына.
Рәдиф ТИМЕРШИН


Вернуться назад