Тыныслыҡ өсөн көрәш туҡтамай27.03.2015
Тыныслыҡ өсөн көрәш туҡтамай Бөйөк Ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ошо осорҙағы тормошо хаҡындағы мәғлүмәттәр, данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың шәхси дәфтәре, әллә күпме ваҡиғаларға шаһит авиация моторы һәм башҡа экспонаттарҙы күргегеҙ килһә, республиканың Хәрби дан музейына рәхим итегеҙ. Тормош ҡайнап торған урамдан ингәс, бындағы изге тынлыҡҡа сорналаһың, үҙең дә һиҙмәйенсә шанлы һуғыш йылдары ваҡиғаларына сумаһың.

– Үҙенсәлекле экспонаттар бик күп беҙҙә. Ћуғыш тамамланыуға әллә күпме ваҡыт үтһә лә, музейҙағы бөтә әйберҙәрҙән яу еҫе сыҡҡандай, бында хатта бомбалар шартлағандай, танктар үтеп киткәндәй. Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең һыны ғына ла халыҡта әллә күпме изге тойғолар уята. Башҡортостанда ойошторолған ун дивизия һәм ун полк байраҡтарының күсермәләре лә – беҙҙең ғорурлыҡ. Уларҙы Мәскәүҙәге Үҙәк музейҙан барып алдыҡ, – тип һөйләй музей хеҙмәткәре Фәрит Вахитов.
Фәрит Назар улына ҡарайһың да уның ошо музей тип йән атыуына, хатта йәшәүенә һоҡланаһың. Быйыл ун биш йыллығын билдәләгән республика Хәрби дан музейын ойоштороу эшендә әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙең береһе ул. Єйткәндәй, 2000 йылдың 8 майында Республика Ћуғыш, хеҙмәт, Љораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы башланғысы, Баш­ҡортостан етәкселегенең ярҙамы менән ишектәре асылған музейҙа 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы, уның сафынан сыҡҡан 78 Советтар Союзы Геройы тураһында ла хәбәрҙар булырға мөмкин.
Быуатты быуат алмаштырһа ла, дөрөҫлөк бер ҡасан да онотолмай, шаһиттар ҡала. Күптәр, бәлки, 1945 йыл­да Рейхстагка Еңеү байрағын Егоров менән Кантария ҡаҙаған тип иҫәпләйҙер. Єммә уларҙың фото­һү­рәттәре күптән илебеҙҙең баш ҡалаһындағы Үҙәк музейҙан алып ташланды. Урындарына ысын батыр­ҙар­ҙың – капитан Валентин Маковтың, өлкән сержанттар Ѓәзи Заһитов­тың, Александр Лисеменконың, Алексей Бобровтың һәм сержант Михаил Мининдың – портреттары ҡуйылды. Беҙҙең музейҙағы бер экспозицияла Рейхстагка байраҡ ҡуйған мәл сағылыш тапҡан. Мишкә районының Янағош ауылы егете Ѓәзи За­һитовтың һыны эргәһенән дә тыныс ҡына үтеп булмай.
Тыл батырҙары тураһында ла мәғлүмәттәр күп бын­да. Республикабыҙҙың яуға 72 мең ат оҙатыуы, 15 мең ҡыҙҙың тракторсылыҡҡа уҡып сығыуы һәм баш­ҡалар хаҡында ла мәғлүмәт тупларға була. Гүзәл заттарыбыҙ “ЧТЗ” кеүек ауыр, уңайһыҙ тракторҙарҙа әллә күпме баҫыуҙы иңләгән, иген иккән.
– Бала сағым һуғыш йылдарына тура килгәс, үҙем ошондай хәл-ваҡиғаларға шаһит булдым. Тап шул осорҙа Ѓафури районының Љотлоғужа ауылындағы мәктәпкә I класҡа уҡырға барғайным, – тип хәтерләй Фәрит Назар улы.
Көн һайын музей яңы материалдар менән байытыла. Заман алға барған һайын бындағы хеҙмәткәрҙәргә уңайлыҡтар арта, улар эшендә яңы технологияларҙы ҡуллана. Был йәһәттән Өфөләге музей – хатта башҡа төбәктәргә үрнәк.
– Беҙгә йыш ҡына өләсәй-олатайҙары хаҡында мәғ­лү­мәт килтерәләр. Ћуғыш ваҡытында эҙһеҙ юғалған туғандарының ҡайҙа ерләнгәнен асыҡларға теләгәндәр ҙә килә. Уларға методик йәһәттән ярҙам итәбеҙ һәм яҡындарын эҙләү юлдарын өйрәтәбеҙ, – тип һөйләй Фәрит Вахитов.
Бының өсөн республика Хәрби дан музейына 260-44-64 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Бынан тыш, ҡасандыр фашистарға ҡаршы һуғышҡан туған­да­рығыҙҙың яуҙан алып ҡайтҡан, әле өйҙәрегеҙҙә һаҡ­ланған төрлө әйберҙәрҙе, шул иҫәптән фронттан кил­гән өс мөйөшлө хаттарҙы тапшырырға була. Бөйөк Ва­тан һуғышы ваҡиғаларына шаһитнамәләр киләсәк бы­уынға тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеү өсөн бик кәрәк.









Вернуться назад