ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ27.03.2015
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиһәләр ҙә

Өйөбөҙ 1956 йылда тө­ҙөлгән. Кадастр планы ла ошо уҡ йылда бирелгән булған. Ћарай ҡоймаға ныҡ яҡын урынлашҡан. Єллә нисә йыл буйы бер нәмә лә өндәшмәгән күршеләр быйылдан һарайҙы урынынан күсереүебеҙҙе талап итә башланы. Улар хаҡлымы?

Д. ДИНИСЛАМОВ.

Белорет районы.

Әгәр һарай участкалар ситенән бер метр алыҫлыҡта төҙөлһә, күршеләрегеҙҙең талабы нигеҙле түгел. Єлбиттә, улар, судҡа мөрәжәғәт итеп, хоҡуҡтарының боҙолоуын иҫбатлай ала. Єммә был хәлдең тормошҡа ашыуы бик икеле.

Кемдер – алдан, кемдер – һуңғараҡ

Янғын һағы хеҙмәтендә автоцистерна водителе булып ун өс йыл эшләнем. Єле миңә – 55 йәш. Ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыға аламмы?

Р. БИКЙӘНОВ.
Мәләүез ҡалаһы.

Юҡ, сөнки Рәсәйҙең Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихия бәлә-ҡазаһы эҙемтәләрен бөтөрөү министр­лы­ғының ян­ғынға ҡаршы дәүләт хеҙ­мәт­тәрендә 25 йыл һәм унан күберәк эшләгәндәргә генә ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнә. Єммә был өлкәлә тир түккән бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә әлеге хоҡуҡҡа эйә түгел. Янғынға ҡаршы хеҙмәттәрҙең вазифалы кешеләре исем­ле­гендә булғандар ғына хаҡлы ялға ваҡытынан алда китә ала (Рәсәй Хөкүмәте 2002 йылдың 18 июнендә ҡабул иткән 437-се Љарар). Унда автоцистернаның түгел, янғын һүндереүсе маши­наның водителе вазифаһы ғына күрһәтелгән. Шуға бер нисек тә алдан пенсияға китә алмайһығыҙ.

Тыуған көн тип йәлләмәйҙәр

Тыуған көнөмдә аяғымды һындырҙым. Бер ай буйы өйҙә гипста йөрөргә тура килде. Эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса белешмәне бухгал­те­рияға килтергәй­нем, бәләгә тарығанда һуҡмыш булыуым сәбәпле аҡсаны аҙ тү­ләйәсәктәрен әйттеләр. Был, ысынлап та, шулай­мы?
Булат.
Сибай ҡалаһы.

Был дөрөҫ, сөнки эшкә яраҡ­һыҙлыҡ буйынса белешмәлә ауырыуҙың йәки тән йәрәхәте­нең иҫерек булған саҡта тер­кә­леүе тураһында яҙылһа, больничный эш хаҡына түгел, хеҙмәткә түләү­ҙең минималь күләменә ҡарап түләнә ала. Єгәр быға тиклем эш хаҡын ҙур ғына күләмдә алһағыҙ, аҡсаның кәмеүе һиҙеләсәк, әлбиттә.

Рубриканы Айһылыу
НИЗАМОВА алып бара.



Вернуться назад