Уҡыу – белем, ижад, хыял сығанағы27.03.2015
Йәш дуҫтарым!
Һеҙ киләсәк, буласаҡ һөнәр, һәләтегеҙҙе нисек итеп тулы­һын­са тормошҡа ашырыу мөм­кинлеге хаҡында даими уй­ла­наһығыҙҙыр. Кемдер үҙен авиацияға йәки машиналар эш­ләүгә арнарға, кемдер кеше ғү­мерен ҡотҡарыу өсөн табип булырға теләйҙер, берәүҙәргә юрист, иҡтисадсы һөнәре яҡын­дыр, икенселәре журналист, актер, рәссам булараҡ көсөн һынап ҡарарға ниәтләйҙер.
Киләсәктә ниндәй генә юлды һайлаһағыҙ ҙа, һеҙгә мотлаҡ белем, тәжрибә кәрәк буласаҡ. Ә был белемде донъя һәм кеше хаҡындағы барлыҡ мәғлүмәттәр тупланған китап һаҡлай.
Хәҙер китаптың әһәмиәте ғә­йәт ҙур. 2015 йыл хатта Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың Указы менән Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Әҙәбиәткә бындай иғтибар уның Интернет, телевидение, радио, гәзит, журналдар менән бер рәттән мәғлүмәт киң­легендә айырым урын биләүенә генә түгел, ә башҡарған мөһим бурыстарына ла бәйлелер, мо­ға­йын. Был йәһәттән әҙәбиәттең тәрбиәүи һәм әхлаҡи бурыстары хаҡында һүҙ бара, сөнки китап уҡығанда беҙ изгелек һәм ғә­ҙеллек, һөйөү һәм дуҫлыҡ, өл­кәндәргә ихтирам, ватансы­лыҡ, тыуған ергә һаҡсыл мөнәсәбәт кеүек юғары кешелек ҡиммәт­тәре менән һуғарылабыҙ. Өҫтә­үенә, әҫәрҙәге геройҙар өсөн янып-көйөп, сюжет менән ма­уығып, көслө хис-тойғолар кисерәбеҙ.
Йәмғиәттең, фәндең, техника­ның йылдам үҫеше һөҙөмтә­һен­дә бик күп мәғлүмәт сыға­наҡ­тары барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, теге йәки был мәсьәләнең сиселешен белешмә китаптан түгел, ә Интернет селтәренән эҙләргә, күп томлы романды уҡығансы, фильмды ошо уҡ селтәрҙән ҡарарға мөмкин. Ләкин шуны оноторға ярамай: һәр бер техник яңылыҡтың нигеҙендә китап ята. Художестволы әҫәр булмаһа, фильм төшөрөлмәҫ, фәнни хеҙмәттәр яҙылмаҫ, манускрипттар, һыҙмалар барлыҡҡа кил­мәҫ, шул уҡ Интернет селтә­рен­дәге биттәр ҙә буш ҡалыр ине.
Шуға күрә китапты ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк. Китаптың ҡағыҙ­ҙағы варианты бөгөн иҫкергән, раритетҡа әүерелгән кеүек кү­енһә лә, асылда иһә уның бай­таҡ өҫтөнлөгө бар: ҡағыҙ компью­терҙағы яҙмаға ҡа­ра­ған­да техноген һәләкәттәргә биреш­мәй, унда автор тексы, мәғ­лү­мәте генә түгел, уҡылғандарға һеҙҙең баһа ла һаҡланып ҡала.
Ижад – кеше тормошоноң һәр өлкәһендә, һәр профессияла бик кәрәкле элемент ул. Китап менән ижад үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән, сөнки һәр төрлө әҙәбиәт теге йәки был мәсьәләне ижади юҫыҡта хәл итеү мөмкинлеген бирә.
Бөгөн йәш быуын алдында бөтөн ишектәр ҙә асыҡ, тик ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм хыялдарҙы тор­мош­ҡа ашырыу өсөн ижад ҡеүәһе кәрәк. Төрлө әҙәби бәйгеләрҙә ҡатнашыу үҙеңде күрһәтергә, һәләтеңде үҫтерергә ярҙам итәсәк. “Илһам” асыҡ әҙәби конкурсы – уҡырға яратҡан абруйлы тамашасыны үҙеңдең ижадың менән таныштырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек.
Конкурста урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә һөйләшкән һәм яҙған балалар ҡатнаша ала. Ижади жанрҙы ла һәр кем үҙе һайлай: хикәйә, эссе, шиғри әҫәр. Тәҡдим ителгән темалар тәрән уйланылырға тейеш. Шуларҙың береһе – “Ҡотҡарып ҡалынған донъя онотмай...” тип аталғаны – Бөйөк Ватан һуғы­шында Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы, һуғыштың асы­лы, бөгөнгө ысынбарлыҡ ха­ҡын­дағы уйланыуҙар әҙәби әҫәрҙә сағылыш таба ала. “Тыуған ил нимәнән башлана...” тигән тема ватансылыҡ проблемаларын күтәрә. Ихласлыҡ, көслө хис-тойғолар менән һуғарылған хикәйә йәки эссе, шиғыр йәки поэма бик ҡыҙыҡлы, йәнле, онотолмаҫ буласаҡ.
Әҙәби бәйгегә быйыл Рәсәй машина эшләүселәре союзының төбәк бүлексәһе булышлыҡ итә. Уның ярҙамы менән йыл һайын “Ферин уҡыуҙары” ла уҙғарыла. Быйыл төбәк бүлексәһе балаларҙың әҙәби, ижади һәләтен үҫтереүгә арналған сарала ҡатнашырға ҡарар итте. “Илһам” бәйгеһендә көсөн һынаусыларҙы ойошманан иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Ҡәҙерле дуҫтар, наградалар һәм бүләктәр хаҡына түгел, ә йәмәғәтселектә танылыу яулар өсөн конкурста ҡатнашығыҙ һәм еңеп сығығыҙ. Яҙыусы хеҙмәте – ҙур тәжрибә, белем, кеше психологияһына, ысынбарлыҡ ҡанундарына төшөнөүҙе талап иткән ғәйәт ҡатмарлы хеҙмәт ул. Ҙур йылға ла кескәй генә инештән башлана. Ижади бәйгелә ҡатнашыуҙың, китапҡа һөйөүҙең кемгәлер ҙур әҙәбиәт донъяһына ла юл асыуы ихтимал.

Александр АРТЮХОВ,
Рәсәй машина эшләүселәре союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе.



Вернуться назад