Алтаҡталар тиҙҙән яңыра27.03.2015
“Фотоғәйепләү” рубрикаһында донъя күргән “Хата төҙәтеү дауам итә” исемле яҙмала (23 ғинуар, 2015 йыл) башҡортса дөрөҫ яҙылмаған алтаҡталарҙың фотоһүрәте бирелгәйне. Баш ҡала хакимиәте дәғүәгә битараф ҡалманы.

“Три кита” сауҙа үҙәге (адресы – Ибраһимов бульвары, 88) етәкселегенә алтаҡталағы яҙыуҙы төҙәтеү талабы белдерелде, – тиелгән Совет районы хакимиәтенән килгән хатта. – Уның үтәлеше контролгә алынды. Сауҙа үҙәгенең алтаҡтаһы алмаштырылғас, редакцияға өҫтәмә хәбәр ебәрербеҙ”.
Орджоникидзе районы хакимиәте лә “Линия любви” ювелир салонының (адресы – Беренсе Май урамы, 18) алтаҡтаһы алмаштырыласағы хаҡында белдерҙе. “Яңыһы 1 Майға тиклем әҙер буласаҡ, – тиелә хатта. – Башҡарылған эш тураһында өҫтәмә мәғлүмәт бирербеҙ”.



Вернуться назад