Исем ил йөрәгенә яҙыла27.03.2015
Тел – үҙенсәлекле моң. Исемдәр уның нигеҙендә барлыҡҡа килә. Моң аша аралашыу күңелдәрҙе яҡынайта, туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Шуға ла балаларға милләтеңә ярашлы, йөрәгеңә яҡын исемде ҡушыу зарур. Бында ата-әсәнең халҡына һөйөүе, уның алдында яуаплылығы ла сағыла.

Исем – милләт мәҙәниәтенең, теленең, һүҙ сәнғәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Уның аша аныҡ кешеләрҙең генә түгел, хатта шул дәүер халҡының донъяға ҡарашын, аң кимәлен билдәләп була. Исемдәрҙе халыҡ үҙ тарихы дауамында ижад итә, бергә йәшәтә, быуындан быуынға тапшыра.
Шул уҡ ваҡытта һәр заманда балаларға сәйер исемдәр ҙә ҡушылған. Мәҫәлән, Иллюзия, Соната тигән ҡатындарҙы беләм. Бер районда Ивс исемле ағай йәшәй. “Атай-әсәйем Сталинды бик хөрмәт итте, – ти ул. – Мине, ил башлығының исем-шәрифенең тәүге хәрефтәрен ҡулланып, Ивс тип атағандар”. Мэлс тигән ир-уҙаманды ла беләм. “Исемем Маркс, Энгельс, Ленин һәм Сталин фамилияларының баш хәрефтәренән алынған”, – ти ул. Ромалит тигәне иһә исеменең ни аңлатҡанын бөтөнләй белмәй. Уны алыштырмаҡсы булған, әммә, был эштең мәшәҡәте күплеген, аҡса түләү кәрәк буласағын ишеткәс, туҡтап ҡалған.
Төбәгебеҙҙә шулай уҡ Белград, Вильнюс, Таллин, Левинсон, Адлер, Дарвин, Нафталин, Экзема, Ирут һәм башҡа сәйер исемдәрҙе осратырға мөмкин. Бының сәбәбе, бәлки, урындағы халыҡтың холоҡ-фиғелендәлер.
– Мосолманда исем Ислам диненә яҡын булырға тейеш, – ти Балаҡатай районының имам-мөхтәсибе Фуат Абдрахманов. – Кешенең исеме уның ғүмер юлын, яҙмышын билдәләй. Тимәк, мәғәнәгә иғтибар итергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә балаға күркәм, матур исем ҡушырға саҡырған. Был ғәмәлде өйҙә лә, мәсеттә лә үтәргә мөмкин. Исем туйын йортҡа мулла саҡыртып уҙғарыу айырыуса һәйбәт. Ни өсөн тигәндә, өйгә изге Ҡөрьән, күркәм вәғәз инә, тимәк, иман нуры тарала. Сабыйға 15 көнөнә тиклем исем мотлаҡ ҡушылырға тейеш.
Ата-әсәгә балаһына исем һайлауҙа тулы ирек бирелгән. Шуға күрә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре һәр төрлөләрен теркәүҙән баш тарта алмай. Ошо йәһәттән Дәүләт Думаһы Рәсәйҙә ҡушыу рөхсәт ителгән исемдәрҙең тупланмаһын әҙерләү менән шөғөлләнә башлаған икән. Документ ғәмәлгә инһә, әлбиттә, ата-әсәнең әлеге хоҡуғы сикләнәсәк. Үҙгәрешкә нигеҙҙе сабыйына Люцефер (“Тәүрат”тағы кире образ) тигән исем ҡушҡан Рәсәй ғаиләһе һалды. Мәғлүм булыуынса, был ваҡиға арҡаһында халыҡ араһында тауыш ҡупты. Тап ошо хәл депутаттарҙы яңы документ әҙерләй башларға этәрҙе лә инде.







Вернуться назад