Элек тә булған, хәҙер ҙә бар27.03.2015
– Сәлимйән Бәҙретдинов “Һүҙ тылсымы” исемле эссеһында (“Башҡортостан”, 2015 йыл, 22 – 24-се һандар) телебеҙҙә дөмөккөр, ҡапталғыр, йәнең сыҡҡыр, алҡымың тығылғыр, эт талағыр кеүек ҡылым формалары барлығы хаҡында әйткән. Ысынлап та, улар беҙҙең яҡтарҙа ла ҡулланыла, тик әрләү, ҡарғау мәғәнәһендә генә түгел, ә изге теләкте белдергәндәре лә бар. Мәҫәлән, рәхмәт төшкөр, ауыҙыңа май булғыр, мең йәшәгер... Ләкин был ҡылым төрҙәре бер дәреслектә лә урын алмаған. Ниңә икән?

Ш. ҒИНИӘТУЛЛИН.
Ишембай районы.

Бындай ҡылымдар телдә булырға тейеш, һәм улар бар, сөнки бер-береңә ҡарата төрлө тойғо белдереү саралары булырға тейеш. Мәҫәлән, башҡорт тел ғалимы М. Әхмәтов “Глагол в языке Орхоно-Енисейских памятников” тигән китабында -ғыл, -гел аффикслы ҡылымдарҙың боронғо төрки телдә лә булыуын, көслө теләк мәғәнәһен белдереүен билдәләп үткән. Профессор Ғ. Айҙаровтың раҫлауынса, шундай уҡ ҡылым формалары VIII быуатта яҙылған ҡомартҡылар телендә булған: билгил (знайте), килгил (приходите), урғыл (удержите) һәм башҡалар.
Мәхмүт Ҡашғариҙың XI быуатта яҙылған хеҙмәтендә лә -ғыл/-гил (-ҡыл/-кил) аффикслы ҡылымдар булыуы билдәле: эвга киргил (заходи домой).
Башҡорт телендә был ҡылым формалары, әҙәби телгә ҡабул ителмәүенә, дәреслектәрҙә урын алмауына ҡарамаҫтан, яҙма әҫәрҙәрҙә йыш ҡулланыла. Мәҫәлән, 1) Нух аҙаҡтан Фатимаға һуҡранды, хатта, үҙ алдына һөйләнеп, уны ҡарғаны: “ҡәһәр һуҡҡыр, ләғнәт, мөстән, ер йотҡор” (Ж. Кейекбаев, “Туғандар һәм таныштар”). 2) Ошо арала ауылға бармай торола ине, бына ни тигән нәмә тейәп килгәнһең, рәхмәт яуғыр (Н. Мусин, “Төнгө усаҡ яҡтыһы”). 3) “Һи, ауыҙыңа шайтан төкөргөр!” – тип ҡыптыр ҡата менән ебәрҙе (М. Кәрим, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”). 4) Бер аҙна эсендә килеп ет, тип ашығыс телеграмма һуҡты, мең йәшәгер (Ә. Хәкимов, “Дауылдан ҡотолоу юҡ”).
Тимәк, бойороҡ ҡылымдарҙың, хөрмәтләү төрөнән башҡа, ҡаты бойороу төрө лә бар, ул боронғо телдә -ғыл/-гил (-ҡыр/-кир) аффиксы ярҙамында яһалған. Бындай ҡылым төрө, профессор Л.В. Дмитриеваның һүҙҙәренсә, бараба татарҙарының телендә бар. Миҫал: көсиң сыккыр (күҙең сыҡҡыр) (“Языки народов СССР”, II том, М. 1966, 165-се бит).
Арғаяш һөйләшендә, профессор Мәҡсүтованың раҫлауынса, был ҡылым формаһы -ҡын/-кен (-ғын/-ген) аффиксы менән яһала: Әйткен, шандама шайҙаныңма? (Әйт, шундамы күрҙең?) Был форманың мәғәнәһен профессор “семантика категорического требования” тип күрһәткән (“Восточный диалект башкирского языка”, М., “Наука”, 1976, 137-се бит).
-Ғын/-гин аффикслы ҡылым төркмән телендә лә бар. Уның мәғәнәһе, профессор П. Азимовтың әйтеүенсә, ҡаты талап итеүгә ҡайтып ҡала (“Языки народов СССР”, 101-се бит). Ҡыҫҡаһы, бойороҡ ҡылымдарҙың ҡаты бойороу төрө боронғо телдәрҙә лә булған, хәҙергеләрендә лә бар, тик уларҙы күрмәйҙәр, өйрәнмәйҙәр, әҙәби телгә лә индермәйҙәр. Дәреслектәрҙә булмағас, телмәрҙән төшөп ҡалыуҙары ла ихтимал.
Әхмәр АҘНАБАЕВ,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ профессоры.


Вернуться назад