Донъя арбаһы беҙҙе арбаны27.03.2015
Донъя арбаһы беҙҙе арбаны (М. Бураҡаева, “Бөтөн күңелле кеше итәм тиһәң...”, 2015 йыл, 23 ғинуар)
Мәҡәләлә балаға туған телен өйрәтеү мөһимлегенә көслө дәлилдәр килтерелгән. Мин дә гәзит уҡыусыларға был йәһәттән донъя ирекмәндәре фекерен еткерергә булдым.

“Кешелек туплаған барлыҡ ғилемде һәр кемдең ирекле ҡуллана алыуын күҙ алдына килтерегеҙ. Беҙ шундай донъя төҙөйбөҙ!” Ирекмәндәрҙең ошо оранын ишеткәс, тәүге һорауым шул булды: “Бар белемде ирекле ҡулланыу өсөн кешегә нисә тел белергә кәрәк һуң?” Мин, мәҫәлән, башҡортса, урыҫса, татарса яҡшы, ә немец, инглиз һәм төрки телдәренең күбеһендә “икмәк-тоҙлоҡ ҡына” аралашһам да, ғилем туплауҙа, кәрәкле мәғлүмәт өйрәнеүҙә сикләүҙәргә дусармын.
Ирекмәндәрҙең икенсе өндәмәһе һора­уыма яуап булды. “Һәр яңы быуын вәкил­дәрен сит телдәргә күп тапҡыр өйрәт­кәнсе, булған ғилемде донъяның барлыҡ телдәренә бер тапҡыр тәржемә итеү күпкә отошло, – ти улар. – Туған телдә белем алыу тиҙерәк һөҙөмтә бирә, тәүсығанаҡтар менән танышыу маҡса­тында башҡаларын өйрәнеүгә теләк уята, төрлө телдә яҙылған дөйөм мәғлүмәт болдары был маҡсатты етеҙ тормошҡа ашырырға ярҙам итә”. Ысынлап та, әлеге һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар бит!
Иң мөһиме – телде ҡулланыу даирә­һен киңәйтеү. Ул матди байлыҡ түгел, һаҡсы ҡуйып ҡына һаҡлап булмай. Телде даими ҡулланырға кәрәк. Бының өсөн тейешле, уңайлы шарттарҙы милләт үҙе генә булдыра ала. Һәр форсатты файҙа­ланырға, юғын булдырырға тырышыу зарур. Нәҡ ошо маҡсат мине туғыҙ йыл элек Википедия менән осраштырҙы, уның башҡорт телендәге бүлеген төҙөгәндәргә ҡушты.
2012 йылда Алматы ҡалаһында үткән “Төрки телле википедияларҙың халыҡ-ара конференцияһы”на йыйылған ар­ҡаҙаш­тарҙың тәҡдиме буйынса үҙебеҙҙең хеҙмәткә бәйле киң мәғлүмәт саралары аша аңлатыу эштәре алып бара башланыҡ. Шулай ҙа йәмғиәттә бер ни тиклем танылыу тапҡан башҡорт бүлегенең кимәлен юғары баһаларға иртәрәк әле. Википедияның мөһимлегенә ышанмағандар, уның ғәмәлдәге башҡорт теленә файҙаһы барлығына шиклән­гәндәр булыуы айырыуса ҙур борсолоу тыуҙыра, эшебеҙгә күҙгә күренмәгән кәртә ҡуя. 2013 йылда ЮНЕСКО-ның юғары дәртләндереү сараһының – Нильс Бор алтын миҙалының – Википедияға нигеҙ һалған Джимми Уэйлсҡа бирелгәнен белгәндәрҙең, әлбиттә, бындай шиге бөтөнләй юҡ. Икенсе яҡтан, Википе­дия­лағы донъя халыҡтарының 770 телендәге бүлектәре араһында башҡорттоҡоноң күләме буйынса тәүге йөҙ иҫәбенә инеүе, уны сәғәтенә бер мең тирәһе кешенең уҡыуы проекттың файҙаһын аныҡ дәлилләй.
Донъяла барлыҡ милләттәр ҡуллана алырлыҡ проекттар Википедия менән генә сикләнмәй. Уларҙың барыһы ла үҙенең дә, халыҡтарҙың да ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә нигеҙләнгән. Шулай ҙа туған телен ниндәйҙер проектҡа индереү өсөн һәр милләт үҙе тырышырға тейеш. Әйтәйек, бик шәп онлайн Гугл-тәржемәсе барлығын күптәр белә. Әле уны 90 телдә ҡулланалар. Был иҫәпкә былтыр де­кабрҙә ҡаҙаҡ, үзбәк һәм тажик телдәре ҡушылды, тиҙҙән ҡырғыҙҙыҡы ла инергә тейеш. Ғалимдар һәм йәмәғәтселек бергәләп тотонғанда, беҙҙең башҡорт телен дә ошо рәткә баҫтырырға булыр ине.
Ошо йүнәлештәге эшмәкәрлек менән милләттәштәрҙе яҡындан таныштырыу маҡсатында Өфөлә халыҡ-ара Викиконференция уҙғарыу планлаштырыла. Уны 24 – 26 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында үткәреү ҡаралған. Конферен­цияға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шу­лай уҡ сит илдәрҙән белгестәр са­ҡырыл­ған. Бергәләп һөйләшеү һәм фекер алышыу барышында ирекле тәжрибә уртаҡлашыу, яңы проекттарға башланғыс һалыу күҙ уңында тотола. Телһөйәр, илһөйәр милләттәштәребеҙ был сараға битараф ҡалмаҫ, тип ышанам. Конференция һәм уға ҡағылышлы башҡа саралар тураһында “Викимедиа РУ” сайтында тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.
Донъялағы һәр милләт, аҙ һанлымы ул, әллә күпме, бар ғилемде, яңылыҡты туған телендә үҙләштерергә, зиһененә һеңдерергә тырыша. Милләттең аң кимәле ни тиклем юғары булһа, ул рухи ҡиммәттәренә шул ҡәҙәр нығыраҡ тартыла. Тамыры бик тәрәнгә йәйелгән боронғо халҡыбыҙҙың, XXI быуатҡа аяҡ баҫып, алдынғы илдәр ҡаҙанышын үҙ милләте өсөн файҙаланырға тырышыуы үҙе үк ҙур уңыш түгелме ни?
Башҡорт википедияһы мөмкинлек­тәрен әүҙемерәк файҙаланып, донъяға үҙебеҙҙе тағы ла киңерәк танытайыҡ, туғандар!

Рөстәм НУРИЕВ,
Башҡорт википедияһы ирекмәне.






Вернуться назад