Булдыҡлы Борай ҡыҙы25.03.2015
Булдыҡлы Борай ҡыҙы Ғилемле, талапсан педагог, мәктәп коллективының, уҡыусыларҙың, ата-әсәнең ҙур хөрмәтен ҡаҙанған абруйлы остаз... Тап ошондай сифаттар биҙәй Мөнирә Байзәүи ҡыҙын. Ғүмеренең 33 йылын белем биреүгә бағышлаған уҡытыусының эшһөйәрлегенә, һөнәрен мөкиббән яратыуына, тынғыһыҙлығына һоҡланып туйғыһыҙ.

Ул Борай районы үҙәгендә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған тырыш ҡыҙ Бөрө дәүләт педагогия институтының (хәҙер – БДУ-ның Бөрө филиалы) физика-математика факультетын тамамлағас, курсташы, Илеш егете Ришат Нә­жи­повҡа кейәүгә сыға. Хеҙмәт юлын Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәптә башлай. Тәүге көндәрҙән үк үҙен ғилемле, тырыш, талапсан белгес итеп күрһәтә. 1986 йылда Мөнирә Байзәүи ҡыҙын ошо уҡ ауылдағы 2-се мәктәпкә математика уҡытыусыһы итеп саҡыралар. Әлегәсә шунда намыҫлы хеҙмәт итә ул.
Эшенә ижади ҡараған тәжрибәле педагогтың дәрестәрендә уҡыусылар үҙен иркен тота, әүҙем ҡатнаша. Мөнирә Байзәүи ҡыҙы һәр балаға шәхес итеп ҡарай, уларҙа үҙаллылыҡ, эшлеклелек сифаттары тәрбиәләй. Һөҙөмтәлә уҡыусылары математика аҙналыҡтарында, конкурстарҙа, олим­пиадаларҙа ихлас ҡатнаша, призлы урындар яулай, күпселек белем алыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Мәктәптең “Мәғариф” милли проекты буйынса бер миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булыуында Мөнирә Нәжипованың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Алдынғы педагог тиҫтә йылдан ашыу директорҙың уҡыу-уҡытыу эш­тәре буйынса урынбаҫары вазифаһын да уңышлы башҡара. Уның хеҙмәте республика Мәғариф министр­лығы­ның Почет грамотаһы, “Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙ­мәт­кәре” тигән маҡтаулы исем менән баһаланды.
Мөнирә Байзәүи ҡыҙы матур ғаи­ләһе менән дә күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәй. Ире менән өс ул үҫтерҙеләр, балалары юғары белем алып, күркәм ғаилә ҡороп, яҡшы урындарҙа эшләй. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙур бәхет бармы һуң?

Гөлфинә ӘҒӘҘУЛЛИНА-ӘҒЛӘМОВА,
Тәлғәт Рахманов исемендәге
мәктәп уҡытыусыһы.




Вернуться назад