Ышаныс еңел яуланмай25.03.2015
Ышаныс еңел яуланмай Булыр бала биләүҙән, ти халыҡ. Бәләкәй сағынан хәрбиҙәрҙең хеҙмәтенә ҙур хөрмәт менән ҡараған Сергей Колечков бөгөн баш ҡалалағы 56-сы мәктәптә йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен алып бара. Сал сәсле офицерҙың уҡыусыларға атайҙарса яғымлы мөнәсәбәтендә уның һөнәрен, йәш быуынды ни ҡәҙәр яратыуы асыҡ сағыла.


Ышаныс еңел яуланмайДүрт тиҫтә йыл самаһы элек СССР Эске эштәр министр­лы­ғы­ның юғары махсус мәктәбен тамамлап, юрист һөнәрен үҙ­ләш­тергән Сергей Дмитриевич – юға­ры категориялы белгес, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙ­мәт­кәре, төрлө конкурстар еңеү­сеһе, бихисап грамотаға лайыҡ уҡытыусы. Кешелекле, ярҙамсыл, миһырбанлы булыуы менән һәр кемдең хөрмәтен ҡаҙанған шәхес ул.
Дмитрий Колечковтың дәрес­тәре гелән йәнле үтә. Бер урында “яралы” һалдаттарға ярҙам күр­һәтелһә, икенсеһендә автоматты һүтеп-йыйыу бара, өсөнсө ерҙә иһә пневматик мылтыҡтан сәпкә аталар... Бына уҡыусылар тигеҙ сафтарҙа атлап үтте. Бер ҡарауға йомшаҡ күңелле, алсаҡ, икенсе яҡтан, көр тауышлы, талапсан командирға йәш быуын вәкил­дәренең ҙур хөрмәт, ышаныс, ғорурлыҡ менән бағыуын һиҙмәү мөмкин түгел.
– Йән-яҡта төрлө сыуалыш бар­ған мәлдә уҡыусылар күңе­лендә илһөйәрлек тойғоһо тәр­биәләү, дәрестәрҙе юғары ки­мәл­дә үткә­реү – выждан бурысым, – ти офицер.









Вернуться назад