Миҙгел һынауҙарына әҙербеҙме?25.03.2015
Республика буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостанда ташҡынға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов, республика прокуроры Андрей Назаров, Башҡортостандың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов ҡатнашты. Һыу хужалығы объекттарын яҙғы ташҡынға ваҡытында һәм сифатлы әҙерләү өсөн ведомстволарға 22 район биләмәһендә урынлашҡан 40 гидротехник ҡоролма аша ҡар һыуын үткәреүҙе тәьмин итергә тура киләсәк. Авария-ҡотҡарыу ойошмалары ҡарамағына 4 083 кеше, 561 берәмек техника, 94 йөҙөү ҡулайламаһы инә.
Ултырышта ҡатнашыусылар янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлек барышын да тикшерҙе. Башҡортостанда ут сығыу ҡурҡынысы ҙур булған 172 биләмә, 64 баҡсасылыҡ ширҡәте, 44 йәйге ял һәм 100 иҡтисад объекты бар. Әле төбәктә Урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы раҫланды.
Фекер алышыу барышында республика Хөкүмәтенә ғәҙәттән тыш хәүеф тыуған осраҡта матди ресурстар резервын тәьмин итеү эшен ойоштороу тәҡдимен индерергә ҡарар ителде. Бынан тыш, эске эштәр министры Михаил Закомалдин янғындарҙы һүндереүҙә пилотһыҙ самолеттарҙы файҙаланырға тәҡдим яһаны.