Рөстәм Мәрҙәнов: “Кеше барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға ала”25.03.2015
“Ижтимағи электрон гәзит”кә интервьюһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов хәҙерге иҡтисади шарттарҙа үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге хаҡында һөйләне.

– Финанс көрсөгө былтыр башланғайны. Ҡайһы бер ватандаштарыбыҙ шул мәлдә үк финанс йәһәттән хаталы аҙымдар яһаны. Күптәр, хәлдең ҡырҡа насарайыуынан ҡур­ҡып, тауар туплап ҡалырға тырышты. Әле был әйберҙәрҙе әүәлге хаҡҡа һатып булмай, шуға күрә уларға ҙур ғына ташлама яһала, – тине беренсе вице-премь­ер. – Килеме кәмеү йәки эшен юғал­тыу сәбәпле ҡайһы берәүҙәр кредит түләй алмай. Был осраҡта бурыстың структу­раһын үҙгәртеү программаһын эшләү өсөн иң элек кредит ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әле бер нисә банкта кредиты булған заемсыларҙы яҡлау мөмкинлеген биргән махсус программа төҙөйбөҙ.

(Материал “Ижтимағи электрон гә­зит” (i-gazeta.com) сайтында тулыһынса баҫылған).


Вернуться назад