“Берҙәм Рәсәй” фракцияһынан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева үҙенең һайлаусылары өсөн ҡайһы бер республика баҫмаларына яҙылды. Парламентарий урындағы киң мәғлүмәт сараларына ошондай үҙенсәлекле ярҙамды йыл һайын күрһәтә. Депутаттың башланғысы һөҙөмтәһендә Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарындағы медицина учреждениеларының, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәренең күпселеге аҙна һайын 66 дана республика баҫмаһын алдыра. Шул уҡ ваҡытта ҙур танылыу яулаған “Башҡортостан” һәм “Киске Өфө” гәзиттәренә өҫтөнлөк бирелә. “Единая Россия — Башкортостан” баҫмаһына ла яҙылыу ойошторолған. Был урындағы халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә – гәзит биттәрендә мөһим партия проекттары, төбәк һәм урындағы бүлексәләрҙә халыҡты ҡабул итеү тураһында бай мәғлүмәт донъя күрә.
Сәлиә Мырҙабаева матбуғатҡа яҙылыу кеүек дәртләндереү сараһын йыш файҙалана. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналы алдырылһа, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында шашка спортын үҫтереү проектында йәш ҡатнашыусылар ай һайын “Аҡбуҙат” журналын уҡып ҡыуана.