Беҙҙә ниңә улай?10.02.2012
Йәшелсә-емеш алырға тип баҙарға сыҡтым. Помидорҙарын үлтереп маҡтаған мәрйә әбейе иғтибарымды йәлеп итте.
— Минән алһағыҙ, отолмаясаҡһығыҙ, — тине ул. — Үҙ мәлендә һыу һибеп кенә үҫтерҙем. Химия-фәләндең әҫәре лә юҡ. — Был һүҙҙәрҙе ишеткән халыҡ шунда уҡ әбейҙе уратып та алды.
— Ҡытайҙарҙың нитратлыһын ашап, үҙемде ағыулайһы түгел. Әлдә үҙебеҙҙең әбейҙәр бар әле.
— Магазиндыҡынан ҡиммәтерәк булһа ла, сифатлы бит.
— Булғас-булһын, ике кило итәйек.
— Күберәк һал, йәлләмә.
— Тәтәй кеүектәр. Үәт, салат буласаҡ, исмаһам!
Кешеләр кемуҙарҙан ҡып-ҡыҙыл помидорҙарға сат йәбеште. Сират йыйылып китте. Ә мәрйә ни, бигерәк оҫта һатыулаша. Ай-вайына ҡуймай маҡтай.
Үрмәксенән — күрмәксе тигәндәй, мин дә ике кило алдым. Иҫ киткес салат эшләп ашаясаҡмын, тип татлы хыялдар ҡорҙом. Әбей матур итеп “тәтәйҙәрҙе” пакетҡа һалды, ҡыштырҙап торған аҡсаларҙы ипләп кенә төрөп кеҫәһенә тығып та ҡуйҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты өмөттәрем аҡланманы. Помидоры шул тиклем ҡаты, тәме лә юҡ. Тышынан ҡарағанда улай тип әйтмәҫһең. Был түтәлгә, моғайын, ашлама әҙерәк һалынғандыр. Әбейгә әллә ни үпкәләмәҫ тә инем. Тик пакет эсендәге помидорҙарҙың береһендә инглиз телендә “Ҡытайҙа үҫтерелгән” тигән ярлыҡ күңелде ҡырҙы. Күрәһең, әбейҙәр ҙә илдең йәшәү ҡанундарына яраҡлаша башлаған.

* * *
Ниңә беҙҙә улай? Йәмғиәтебеҙҙә ҡалыпҡа һалынған күренештәрҙе күҙәтә торғас, ошо һорауҙы үҙеңә йыш бирергә мәжбүр булаһың.
— Теш табибы ни тиклем күберәк теш һурһа, уның эш хаҡы ла юғарыраҡ була. “Мин һурған тештәрҙән таш өйгә нигеҙ һалырлыҡ”, — тип маҡтана ине берәү.
— Поликлиникаларҙа ла ауырығандарҙың иҫәбенә ҡарап аҡса түләйҙәр. Минеңсә, һау-сәләмәттәрҙең күплегенә, уларҙы алдан сирҙән иҫкәртә белеүенә ҡарап ҡаҙна аҡсаһын бүлергә кәрәктер.
— Янғын һүндереүселәрҙең дә эш хаҡы янғындарҙың ни тиклем күплегенә бәйле. Халыҡ араһында “ҡыҙыл әтәс”тең кикереген шиңдереү буйынса аңлатыу эше улар өсөн әллә ни отошло булмаҫ, кеҫәгә һуғасаҡ бит.
— Енәйәт буйынса планыңды үтәмәйенсә, ҙур аҡсаға өмөт итмә, иптәш полицейский! Бурҙарҙы аҙ тотҡанһың, тип боғаҙыңдан алыуҙары бар. Ярыҡ кәмәлә ҡаласаҡһың! Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында әйтеп тә тормайым. Халыҡтан күберәк штраф түләтеү өсөн ваҡыты менән юл билдәләрен даими урынынан күсереп торалар.
Алға киткән илдәрҙә кеше ауырымаһын, янғын булмаһын, енәйәт ҡылынмаһын өсөн барлыҡ саралар күрелә. Ә беҙҙә ошоларға ҡапма-ҡаршы ҡуйылған планды үтәүҙе талап итәләр.
Ниңә беҙҙә улай?
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад