Шанлы йылдар ауазын ишетәбеҙме?25.03.2015
Шанлы йылдар ауазын ишетәбеҙме? Темәс ауылының мәҙәниәт йортонда Башҡорт Совет Автономияһы төҙөлөүҙең 96 йыллығына һәм бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция булды. Йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарҙары Хәләф Ишморатов менән Буранбай Күсәбаев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары Нурислам Ҡалмантаев, Азамат Аҡъюлов, Илшат Янбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, уҡытыусылар, китапхана, музей хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
фТемәс ҡунаҡтары тәү­ҙә Әхмәтзәки Вә­лидиҙең бюсына сәскә һалды, урындағы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡара­ны. Ултырышты Хәләф Ишморатов асты һәм алып барҙы. Тәүге­ләр­ҙән булып һүҙ алған Илшат Ситдыҡов йы­йын­дың тап Темәстә уҙыуының һис тә юҡҡа түгеллеген билдәләне: был ауыл – Башҡорт­остандың тәүге баш ҡалаһы, шул уҡ ваҡытта әлеге төйәк Шәйехзада Бабичтың шанлы эҙҙәрен һаҡлай.
Артабан БДУ ғалимдары, Темәс урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы И.М. Ғүмәров докладтар менән сығыш яһаны. Шәйехзада Бабичтың нәҫеленән булған Таңсулпан Бабичева үҙ сиратында шағир­ҙың рухын һаҡлаған, ижадын яратҡан темәстәргә ҙур рәхмәт белдерҙе, иҫтә­лектәре менән уртаҡлашты, залдағыларға Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары менән әҙерләгән “Ҡыҙыл Башҡортостан” фильмын да тәҡдим итте. Ете сериянан торған, халҡыбыҙҙың шул йылдарҙағы ауыр тормошон, күренекле шәхестәрҙең әсе яҙмышын сағылдырған хеҙмәтте экранға сығарыу өсөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡса табылмаған, ул, Президент грантына тәҡдим ителеп тә, үтмәгән...
Шанлы йылдар ауазын ишетәбеҙме?Таңсулпан Даһи ҡыҙы халыҡҡа студенттары тарафынан әҙерләнгән “Йәм яҡтыһы юйһын ҡан шәүләһен...” исемле тамашаһын да бүләк итте.
Темәс ауыл биләмәһе башлығы Рауил Йәнсуриндың сығышы ла йыйында­ғыларҙы уйландырмай ҡалдырмағандыр, моғайын.
– Бер кемгә лә сер түгел: һуңғы осорҙа тарихыбыҙҙы боҙоусылар, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә яла яғыусылар күбәйә башланы, – тине ул. – “Ниҙер эшләргә кәрәк!” тип күпме саң һуғырға, кемдәндер нимәлер көтөп ятырға мөмкин?! Үҙебеҙ башҡара алырҙай ғәмәлдәргә лә тотонмайбыҙ. Мәҫәлән, Өфөлә Әхмәтзәки Вәлидигә һәм Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыу кәрәклеге тураһында күп һөйләйбеҙ, әммә эштең хәбәр һатыуҙан ары киткәне юҡ.
Бөгөн шулай уҡ ер мәсьәләһе ифрат ҡырҡыу тора, бер-ике йылдан аҫаба башҡорт йәшәгән төбәктәр үҙ милкенән дә мәхрүм ҡалмаҫ тимә. Милли матбуғатҡа яҙылыу йәһәтенән дә хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел: ниңә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналды таратыуға һәр башҡорт үҙ өлөшөн индермәй?!
Бөгөн барыбыҙ ҙа көрсөккә һылтанырға әүәҫләнеп киттек. Башҡорт Автономияһы төҙөгән осорҙа, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙға еңел булғанмы ни? Бөгөн бит тормош күпкә еңел, юлдар асыҡ, тик күптәребеҙ, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, халҡыбыҙҙың тарихына, киләсәгенә ҡул һелтәп ҡарай. Әйтәйек, Башҡорт Автономияһының бишеге булған Темәстәге ифрат бай музейға йөрөүселәр бик аҙ. Башҡа милләт вәкилдәре балаларҙы күпләп алып килә, ә беҙҙең башҡорттарҙың байтағының бында аяҡ баҫҡаны ла юҡ...
Сығыштарҙан һуң Темәс урта мәктәбе уҡыусылары Шәйехзада Бабичҡа арналған шиғырҙар һөйләне, ауылдың ағинәйе, мәғариф ветераны Ләлә Ғәлимова әҙип тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Унан Ҡоролтайҙың күсмә ултырышында ҡатнашыусылар өс секцияға бүленеп, фекер алышты, резолюция ҡабул итте.
Шанлы йылдар ауазын ишетәбеҙме?Ғөмүмән, баймаҡтар халҡыбыҙҙың данлы тарихын дауам итеүҙә йәнә ҙур эш башҡарып сыҡты. Темәстә Башҡорт Совет Автономияһын төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылыуҙың 100 йыллығына тиклем бындай саралар даими үтәсәк.


Вернуться назад