Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып, тиһәләр ҙә, башҡарған эштәрең, өлгәшкән ҡаҙаныштарың йәшәгән быуатыңды мәңгелек итеү һәләтенә эйә. Күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре Зыя Нуриевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы йыйылыш бер шәхестең генә түгел, ә тотош дәүерҙең иҫтәлеген яңыртҡандай булды.— Зыя Нуриев — Совет заманының сағыу шәхестәренең береһе. Ул республиканың иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль өлкәне, мәҙәниәтте, фәнде һәм мәғарифты үҫтереү өсөн күп көс һалды, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Зыя Нурый улының уңыштары уның киң фекерләү ҡеүәһенә, тәжрибәле етәкселәрҙең, ябай эшсәндәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыуына, белемен даими камиллаштырыуына, файҙалана белеүенә бәйле.
Республика Башлығы үҙ сығышында дәүләт эшмәкәренең тормош юлын барлап, уның ниндәй генә вазифа биләһә лә ябай, эскерһеҙ, кешеләргә ҡарата иғтибарлы булғанын билдәләне.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә Зыя Нурый улы менән эшләү бәхете теймәне. Шәхесте белгәндәр, уның менән бергә хеҙмәт иткәндәр Зыя Нурый улын ҙур ихтирам менән иҫкә ала. Беҙ арҙаҡлы шәхесебеҙҙең изге юлын дауам итергә тейешбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Төбәк Башлығы билдәләүенсә, тап Нуриев етәкселек иткән йылдарҙа республиканың бөгөнгө ҡаҙаныштарына нигеҙ һалынған, әлегә тиклем эшләп килгән ҙур предприятиелар төҙөлгән.
Тантаналы йыйылыш сәнғәт оҫталарының, ижад коллективтарының сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Шәхестең тормош юлы берсә башҡорт халыҡ йырҙары менән оҙатылды, берсә дәртле бейеүгә ҡушылды. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарының сығышы Зыя Нурый улының йәшлегенә алып ҡайтты. Һәр сығыш абруйлы яҡташыбыҙҙың холоҡ-фиғелен, булмышын, эшмәкәрлеген сағылдырҙы — эскерһеҙ, ябай, дәртле, ихлас...
Ошо уҡ көндө күренекле дәүләт эшмәкәренең иҫтәлегенә Республика йорто эргәһендәге скверҙа таҡтаташ та асылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был скверға Өфө ҡала Советы ҡарары менән Зыя Нуриев исеме бирелгәйне.
— Зыя Нурый улы ил кимәлендә танылған шәхес булды, матур, лайыҡлы ғүмер юлы үтте. Үҙ халҡының тоғро улы һәм тыуған төйәгенең ысын патриоты тамырҙарын бер ваҡытта ла онотманы. Уның хеҙмәт биографияһы һәм тормош юлы — Ватанға сикһеҙ тоғролоҡ һәм халҡыңа эскерһеҙ хеҙмәт итеүҙең асыҡ миҫалы, — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Зыя Нуриевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Мәскәүҙә лә ҙур сара уҙҙы — Новодевичье зыяратында шәхескә һәйкәл ҡуйылды. Өҫтәүенә иҫтәлекле дата уңайынан яҡташыбыҙҙың туған уҡыу йортона — Бөрө районының Үрге Ласынтау урта мәктәбенә — Зыя Нуриев исеме бирелде.
Светлана НУРИЕВА, Зыя Нуриевтың килене:— Зыя Нурый улы һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙә йәшәһә лә, күңеле менән һәр ваҡыт тыуған ерендә ҡалды. Ниндәй генә вазифалар башҡарһа ла, Башҡортостанын уйлап янды, көйҙө. Өфөгә һуңғы ҡайтҡанында Республика йортонда булырға тура килде. Эштәрҙе тамамлағас, ошо скверға сыҡтыҡ. Иркен итеп тын алғаны, тирә-яҡҡа ҡарап, оҙаҡ ҡына һоҡланып торғаны әле лә иҫтә. Йылдар үтеү менән нәҡ ошо урынға уның исеме бирелер һәм иҫтәлегенә таҡтаташ асылыр тип кем уйлаған!? Республика халҡына барлыҡ ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәт!