“Бәхет менән тыуа кеше,
Һәр бер ағас емешле,
Үҙ бәхетен таныһасы
Ергә килгән һәр кеше...”
Ҡариҙел районы мәктәптәренең береһендә булғанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының дәресте Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаеваның ошо шиғырынан өҙөк менән башлауына шаһит булдыҡ. Ысынлап та, белем биреүселәрҙең һәр ҡайһыһы йәш быуындың бәхетле киләсәге өсөн тырыша, уларҙың был тормошта үҙ урынын табыуын теләй бит. Ғөмүмән, Ҡариҙелдә уҡытыу торошо нисек? Һүҙ – район хакимиәте мәғариф идаралығының методик кабинеты мөдире Рәсимә СӘЛӘХЕТДИНОВАға.– Уҡытыуҙа заманса алымдарға ҙур иғтибар бүленә. Дәртләндереү саралары, ярыштар белем биреү сифатына ыңғай йоғонто яһай. Әйтәйек, быйыл да педагогтар араһында конкурс матур ғына башланды. Беренсе турҙа, бәйгелә ситтән тороп ҡатнашып, Интернет аша “Мин – уҡытыусы” тигән темаға ижади эштәрен яҡланылар. Икенсе турҙа иһә асыҡ дәрестәрҙе, класс сәғәттәрен ҡараныҡ. Аҙаҡтан һәр береһе үҙҙәренең эшенә анализ яһаны. Билдәле, финалға дүрт кенә уҡытыусы сығасаҡ, улар инде оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәк, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашасаҡ. Араларында информатика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, география, инглиз теле, биология уҡытыусылары бар. Конкурсты төрләндереү педагогтарҙа һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуны иҫәпкә алып, бәйгелә киләһе йылда көсөн һынарға теләүселәрҙе лә саҡырҙыҡ – күрһендәр, өйрәнһендәр. Бәйгенең йомғаҡлау өлөшөндә район хакимиәте етәкселегенең ҡатнашыуы ла сараға мәртәбә өҫтәй. Әйткәндәй, тәүге урындарға сығыусыларҙы аҡсалата бүләктәр көтә. Былтыр конкурс еңеүсеһенә – мәктәптең биология уҡытыусыһы Роза Вәлинуроваға – Рәсәй Геройы, Ҡариҙел районының почетлы гражданы Владимир Алимов премия тапшырғайны.
Уҡыусыларҙың барыһын да төрлө йәмәғәт эштәренә, мәктәптә ойошторолған сараларға йәлеп итергә тырышабыҙ. “Һәләтһеҙ бала булмай” тигән һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Ғорурланырлыҡ уҡыусыларыбыҙ бихисап. Мәҫәлән, район үҙәгендәге 1-се мәктәптән Айрат Ғарифуллин тиҫтерҙәренә һәр яҡтан да өлгө: яҡшы уҡый, тәртипле, йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай, хатта ил кимәленә сыҡты.
Шуныһын да әйтеп үтәйем: Владимир Алимов тик “бишле”гә уҡыған балаларға үҙенең стипендияһын булдырҙы.
Һәр йыл май айында һәләтле балалар өсөн слет уҙғарыла. Унда уҡыусылар һәм уларға терәк-таяныс булған уҡытыусылар район хакимиәте тарафынан бүләкләнә.
Илдар АҠЪЮЛОВ
яҙып алды.