Ғәли Камал улы Зөлҡәрнәев 1905 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Һарыкүлмәк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бик йәшләй байҙарҙа көтөүсе була. 1922—1924 йылдарҙа леспромхозда эшләй, унан Кәҫле заводына урынлаша, бер аҙ эшкә күнеккәс, ҡойоусы, формалаусы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Шул заводта ликбезда уҡып, грамотаға өйрәнә. Ошо йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенә завод тормошо хаҡында хәбәрҙәр яҙа башлай.
1928 йылдың аҙағында тыуған яҡтарына ҡайтып, улустың уҡыу йорто мөдире, волком рәйесе булып эшләй. 1931—1934 йылдарҙа Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем алғас, юллама буйынса Хәйбулла районының партия комитетына бүлек мөдире итеп ебәрелә. Бында 1935 йылдың аҙағынаса мәҙәни-ағартыу эшенә етәкселек итә.
1936 йылдың ғинуарынан 1937 йылдың июленә ҡәҙәр Мәскәүҙә пропагандистарҙың Я.М. Свердлов исемендәге юғары мәктәбендә уҡый. Уны тамамлап ҡайтҡас, башта партияның Өфө ҡала комитетында, унан “Башкниготорг” аппаратында, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләй. 1940 – 1945 йылдарҙа – “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең мөхәррире, 1945 – 1946 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы секретары, 1946 – 1948 йылдарҙа “Октябрь” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналының баш мөхәррире була. 1949 йылдың ғинуарынан 1960 йылдың февралендә хаҡлы ялға сыҡҡансы “Совет Башҡортостаны” гәзитенең мөхәррир урынбаҫары вазифаһын биләй.
Ғәли Зөлҡәрнәевтең журналислыҡ эшмәкәрлеге уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында башлана. 1944 йылда “Егерме биш йыл эсендә башҡорт матбуғаты” тигән хеҙмәте донъя күрә. 1945 йылдан әҙәби тәнҡитсе һәм тәржемәсе булараҡ таныла башлай. Журналистың башҡорт әҙәбиәтенең үҫеше, айырым яҙыусылар ижады хаҡында уның тиҫтәләгән мәҡәләһе баҫылып сыға. Шулар араһында “М. Ғафури поэзияһында империализмға ҡаршы көрәш мотивтары”, “Башҡорт шиғриәтендә халыҡтар дуҫлығы идеяларының бирелеше”, “Һуғыштан һуңғы башҡорт прозаһында эшсе образы”, “Ғ. Амантай” һәм башҡа хеҙмәттәрен күрһәтергә мөмкин. 1955 йылда журналист “Башҡортостан совет яҙыусылары” тигән белешмә китап төҙөп сығарҙы.
Ғәли Зөлҡәрнәев В. Панованың “Юлдаштар”, Н. Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты”, Л. Толстойҙың “Севастополь хикәйәләре”, И. Тургеневтың “Һунарсы яҙмалары”, М. Горькийҙың “Италия хикәйәләре” тигән китаптарын башҡортсаға тәржемә итте. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың иғтибарына уның 1978 йылда “Дауыт Юлтый тураһында иҫтәлектәр” китабы өсөн махсус яҙылған хәтирәһен тәҡдим итәбеҙ.
Дауыт Юлтый менән булған бер көнөмКүренекле драматург, яҙыусы һәм шағир Дауыт Юлтый тураһында йәш сағымда уҡ ишеткәнем, байтаҡ ҡына әҫәрен уҡығаным, уның “Ҡолансәс” исемле бер шаршаулыҡ пьесаһын ауыл сәхнәһендә ҡуйғаныбыҙ булды. Әммә әҙиптең үҙен Өфөгә уҡырға (комвузға) килгәс, йәғни 1931 – 1933 йылдарҙа ғына күрҙем. Унда ла байрамдарҙа йәки мөһим ваҡиғаларға арналған йыйылыштарҙа доклад, телмәр менән сығыш яһаған саҡтарында ғына.
Ул йылдарҙа Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә йыш ҡуйыла ине. Тамашаны культпоход тәртибендә күмәкләп ҡарау йәки ике кешелек контрамарка (түләүһеҙ инә торған талон) эләктереү бәхетенә өлгәшеү беҙҙең – студенттар – өсөн сикһеҙ ҡыуаныс була торғайны. Спектаклдән ҡайтҡас, тәьҫораттар буйынса һөйләшеүҙәр, бәхәстәр ике-өс көн буйына дауам итә. Арабыҙҙағы студенттарҙың ҡайһы береһен пьеса персонаждарына оҡшатып, шаяртып та алабыҙ. Ҡуштан, ялағай һабаҡташыбыҙҙы – Әпкәләйгә, ҡупыларын Ишмырҙа кантонға оҡшатып ирештерәбеҙ.
Бер мәл ошолай шаярғанда, уйындан уймаҡ сыға тигәндәй, бәләгә тарый яҙып ҡуйҙыҡ. Беҙҙең төркөмдән берәүҙе студенттарҙың профсоюз ойошмаһының етәксеһе итеп һайлағайныҡ. Уҡыуға әллә ни һәләте булмаһа ла, ул түрәләр алдында ҡуштанланырға әүәҫ ине.
Һуңғы курста беҙҙең уҡыу программаһы тамырынан үҙгәртелеп, агрономия, малсылыҡ, механизация кеүек ауыл хужалығы фәндәренең нигеҙҙәрен өйрәнеүгә күсерелде. Ошо айҡанлы яҙҙың ике-өс аҙнаһын уҡыу хужалығында йәшелсә ултыртыуҙа һәм уны тәрбиәләүҙә үткәрҙек.
Шул көндәрҙең береһендә беҙҙең янға яҡшы атҡа егелгән йомшаҡ кырандаста ике кеше килеп туҡтаны. Уларҙың береһе ректорҙың хужалыҡ буйынса урынбаҫары, икенсеһе әлеге студент ине. Арабыҙҙан кемдер: “Ана, Әпкәләй килде”, – тине. Беҙ ҡысҡырып көлөп ебәрҙек. Әммә Ишмырҙа кантонға кемде лә булһа оҡшатыусы булманы. Шулай ҙа, бер ике-көн үткәс, беҙҙең төркөмдө ректоратҡа саҡырып төпсөндөләр. Ләкин бер һүҙҙә тороп: “Беҙ “Ҡарағол” спектакле тураһында бәхәсләшә инек, шуны ишетеп ҡалыусы булғандыр”, – тип яуап бирҙек.
Был эпизодты иҫкә алыуым менән мин, “Ҡарағол” драмаһының персонаждары бер кемде лә битараф ҡалдырмай ине, тип әйткем килә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, ул пьесаның әһәмиәте бөгөн дә юғалмаған.
Бына ошо атаҡлы “Ҡарағол” һәм үҙем яратып уҡыған “Бәләкәй Ҡотош”, “Ҡан” һәм башҡа бик күп әҫәр авторы Дауыт Юлтый менән тик 1934 йылда, партияның Хәйбулла район комитетында мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге мөдире булып эшләгән мәлдә таныштым.
Башҡорт яҙыусыларының өлкән быуынының күбеһе – граждандар һуғышының утлы өйөрмәһе аша үткән, республикала Совет власын ойоштороуҙа, хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа һәм уны социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙа туранан-тура ҡатнашҡан кешеләр. Улар, әҙәби ижад менән бер рәттән, республиканың етәксе ойошмаларында яуаплы эш башҡарҙы. Төрлө хужалыҡ-сәйәси кампаниялар үткәреүҙә урындағы хеҙмәткәрҙәргә ярҙамлашыу өсөн партия өлкә комитеты һәм Совнарком вәкиле сифатында райондарға йыш килә торғайнылар. Хәйбулла районында ла Ғөбәй Дәүләтшин, Төхфәт Йәнәби (Кәлимуллин), Дауыт Юлтый, Булат Ишемғол кеүек күренекле яҙыусылар бер нисә тапҡыр булды.
1934 йылдың бесән ваҡыты ине. Бер көн райком секретары Арыҫлан Хисмәтуллин беҙҙе кабинетына йыйып алды ла:
– Бөгөн кискә беҙгә өлкә комитет вәкиле Дауыт Юлтый киләсәк, Баймаҡтан шылтыраттылар, – тине.
– Яҙыусы кеше мәҙәни-ағартыу эштәре менән дә ҡыҙыҡһыныр, – тине ул һәм миңә был йәһәттән ниҙәр башҡарылғанын байҡап ҡуйырға ҡушты.
Беҙ райкомдан киске сәғәт 8-9-ҙарҙа ғына таралдыҡ. Дауыт Юлтый юҡ ине әле. Ул ҡараңғы төшкәс кенә килгән, әҙипте Хисмәтуллин үҙенә алып ҡайтҡан.
Беренсе көндә Дауыт Юлтый райком секретары Хисмәтуллин менән Һаҡмар буйы колхоздарында – Юлдыбай, Һабыр, Әбеш яҡтарында – йөрөнө. Улар ҡайтҡанда, ҡараңғы төшә башлағайны инде. Оҙаҡ йөрөп арығанғалыр, ҡунаҡ машинанан төшөп торманы, шофер уны фатирға алып китте.
Беҙ иртәгә эште нимәнән башлау хаҡында һөйләшеү өсөн секретарь кабинетына йыйылдыҡ. Бер үк ваҡытта Дауыт Юлтыйҙа Һаҡмар буйҙары ниндәй тәьҫорат ҡалдырғаны ла ҡыҙыҡһындыра ине.
– Бик оҡшаны уға. Тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып бөтә алмай. Һәр күренешкә бала кеүек ҡыуана. “Нисә килгәнем бар был яҡҡа, гел Һаҡмар буйы тәбиғәтенең ниндәйҙер яңы гүзәллеген асам үҙемә”, – тип шатлана. Ә үҙе ауыҙ эсенән генә йырлапмы, шиғыр уҡыпмы ҡуя. Һыуға башын эйеп ултырған талдар ҙа, ҡая өҫтөндәге зифа ҡайындар ҙа – һәммәһе лә ҡыуандыра уны. Тәбиғәтте ошондай тәрән һөйгән кеше булыр икән, – тип иҫе китеп һөйләне Хисмәтуллин. Унан, әңгәмәне ослап:
– Иртәгә Юлтый иптәш Таштуғай яҡтарына юлланмаҡсы. Һиңә уның менән барырға кәрәк булыр, – тине миңә.
“Уның менән барырға”... Әйтеүе генә еңел. Минең уның кеүек күренекле яҙыусы менән бер машинала йөрөү түгел, ҡул биреп күрешкәнем дә юҡ. Улай ғына ла түгел, Юлтый һәм бүтән билдәле яҙыусыларҙы илаһилаштырам. Бар нәмәне күреүсән, ғәҙәти булмаған кеше итеп ҡабул итәм мин уларҙы...
Иртәгәһен беҙ Таштуғай яғына юл алдыҡ.
Баҫмаға Ҡәҙим Аралбай әҙерләне.