Зилә менән Ғәзиз Закировтар иңгә-иң терәп 60 йыл бергә ғүмер кисерә. Быйыл улар 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләй.Ғаилә башлығы яҙмышын хәрби хеҙмәткә бағышлау сәбәпле, Закировтарға ғүмер буйы төрлө ергә күсенеп йәшәргә тура килә. Уларҙың оло мөхәббәте, бер-береһенә тоғролоғо ауырлыҡтарҙан өҫтөн булып ҡала. 1980 йылда, Ғәзиз ағай хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына, Ишембайға ҡайтып төпләнәләр. Шул мәлдән алып ҡалабыҙҙың мәҙәни күгендә янып йәшәй инәй менән бабай.
Уларҙың ике балаһы ла — күптән олатай-өләсәй. Рига ҡалаһында йәшәгән улдары Артур йырларға ярата. Ҡыҙҙары Светлана – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Был исемгә ул Стәрлетамаҡ рус драма театрында эшләгән осорҙа лайыҡ була. Светлана әле Мәскәүҙә йәшәй, күп сериялы киноларҙа уйнай. Балаларында йыр-моңға һөйөү тәрбиәләгән Закировтарҙың өс ейән-ейәнсәре, ике бүлә-бүләсәһе бар.
— Һирәк ҡайтһалар ҙа, балаларҙың йыраҡта йәшәгәнлеге артыҡ тойолмай. Көн дә тауыштарын ишетеп, хәлдәрен белмәйенсә йоҡларға ятмайым. Кеҫә телефонын уйлап сығарған кешегә һәйкәл ҡуйыр инем, — ти Зилә апай.
Закировтар — ҡалалағы Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең әүҙем ағзалары. Ғүмер буйы, йырҙан айырылмаған Зилә Һаҙый ҡыҙы Ишембай тамашасыһына күптән таныш, уның сығыштары һәр саҡ яратып, бик йылы ҡабул ителә. Мәҙәниәт йортонда, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы Пионерҙар һарайында үҙенең ансамблен ойоштороп эшләгән кеше ул. Бөгөн Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә эшләп килгән “Таң” төркөмөнөң барлыҡҡа килеүендә лә Зилә Һаҙый ҡыҙының өлөшө ҙур.
Ғәзиз Ильяс улы ла, хәрби юл үтеүенә ҡарамаҫтан, ижади кеше – үҙешмәкәр рәссам. Гармунда ла оҫта һыҙҙыра офицер. Шуға уларҙың ялдары файҙалы һәм күңелле үтә. Зилә апай моңло йырын һуҙһа, Ғәзиз ағай гармунында ҡушылырға әҙер. Мәҫәлән, “Һиңә бара юлдарым, һиңә һуҙыла ҡулдарым”, тип йырлағанда бер-береһенең ҡараштарында саф, эскерһеҙ мөхәббәт сатҡыларын күрмәү мөмкин түгел. Шулай уҡ “Татыулыҡтың сере нимәлә?” тигән һорауға сәхнәнән яуап яңғырағандай була.
Йырҙан тыш шөғөлдәре лә бар уларҙың. Зилә апай бәйләм бәйләгәндә, Ғәзиз ағай матур-матур һүрәттәр төшөрә. Икеһенең дә эштәре буйынса күргәҙмә ойошторолған.
…Ғүмер баҫҡыстарын тигеҙ үтеп, бәхетле мәлдәрен кисергән Зилә Һаҙый ҡыҙы менән Ғәзиз Ильяс улының артабан да пар ҡанатлы булып, тағы ла оҙаҡ йылдар гөрләшеп ғүмер итеүен теләргә генә ҡала. Бер-береһенә 60 йыл дауамында ышаныслы юлдаш булып, тормош һынауҙарына бирешмәй, мөхәббәттәрен бер ниндәй ҙә затлы байлыҡтарға алыштырмай һаҡлап ҡала алған пар, һис шикһеҙ, йәштәргә тоғролоҡ өлгөһө.