Автографлы китап ҡәҙере25.03.2015
Китапҡа һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнергә тейештер, тип уйлайым. Өйөндә күрмәһә, бала уны аҙаҡтан да ҡулына алмаясаҡ.
Өсөнсөләме, дүртенселәме уҡып йөрөгәндә атайым миңә ике китап алып ҡайтты. Типография еҫе аңҡып торған был баҫмаларҙың береһе — “Алдар менән шайтан”, икенсеһе “Ҡыҙыл букет” ине. Кирәй Мәргәндең китабын уҡығанда Алдарҙың шуҡлығынан, үткерлегенән, шаянлығынан көлә-көлә һыным ҡатып бөтһә, Ғәлимов Сәләм ағай бәләкәс кенә йөрәгемә донъяла яҡшылыҡтан тыш яуызлыҡ тигән нәмә лә бар, шул яуызлыҡҡа ҡаршы торорға өйрәнергә кәрәк тигән ойотҡо һалып ҡуйҙы. Улар үҙ ҡулым менән тотоп уҡып сыҡҡан иң тәүге баҫмаларым ине.
Хәҙер минең бәләкәй генә булһа ла үҙ китапханам бар. Студент сағымда — Мәскәүҙән, таусы булып эшләгәндә — Алыҫ Көнсығыштан, Магадандан, Чукотканан сумаҙан-сумаҙан китап тейәп ҡайттым. Хәҙер уларҙы иң ҡәҙерле хазинам күреп һаҡлайым. Шулай булмай, мәҫәлән, күренекле чукот яҙыусыһы Юрий Рытхеуҙың, манси яҙыусыһы Юван Шесталовтың, нивх әҙибе Владимир Сангиҙың йәки Ленин комсомолы премияһы лауреаты Владимир Чивилихиндың берәй китабын юғалттың икән ти — уларҙы хәҙер ҡайҙан табаһың? Һаҡлау ваҡыты үтте, тип күптән сығарып түктеләр уларҙы. Ә ҡабат баҫыуҙары бик икеле.
Китаптарым араһында автографлылары ла бар. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, шулай уҡ Лира Яҡшыбаева, шағирә Гөлназ Ҡотоева, республикабыҙҙа киң билдәле йырсы Камил Вәлиев, курсташым, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов, интернатташ дуҫым Рәмил Йәнбәк, яҡташтарым – билдәле журналистар Рәшит Үтәев, Рәшит Насиров, таусы Хөснулла Хәмитов – шуға асыҡ миҫал. Күпме таныш исем, ниндәй яҡын кешеләр! Ҡайһылары был донъяла юҡ та инде. Уларҙың китаптары һәм үҙ ҡулдары менән яҙған һүҙҙәре генә тороп ҡалды... Был хазиналарҙы мин бик ҡәҙерләп, ҡиммәтле музей экспонаты һымаҡ һаҡлайым. Шуларҙың бер нисәһе тураһында һөйләмәксемен.
Өфөләге 1-се мәктәп-интернаттың (хәҙер — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) Х класында уҡып йөрөй инем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Мөхәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова уҡытыусылар бүлмәһенә саҡырып алды ла:
– Бөгөн интернатта Сәғит Агиш менән осрашыу була. Олатайығыҙ таяҡ менән арыу ғына йөрөй-йөрөүен, ләкин яҡшылап күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Рафиҡ Хәлилов менән барып алып килерһегеҙ инде, — тине.
Сәғит олатай интернаттан өс туҡталыш аша ғына йәшәй икән. Йәйәү барһаң да, ун биш минут. Ләкин беҙ трамвайға ултырырға булдыҡ. “Мебель магазины” туҡталышында төштөк тә, Октябрь проспекты аша сығып, ҡаршы торған биш ҡатлы өйҙөң һанына күҙ һалһаҡ — шул. Фатиры ла беренсе ҡатта ғына булып сыҡты. Ҡыңғырау төймәһенә баҫтыҡ. Оҙаҡ көттөрмәй ишек асылып китте. Ҡараһаҡ, Сәғит олатай үҙе беҙҙе ҡаршы алып тора:
– Әйҙүк, әйҙүк, егеттәр... Фәрдәнә, ҡунаҡтар килгән, сәй ҡуйып ебәр...
Ебенек тә төштөк. Алдыбыҙҙа кемдер түгел, ә бөтөн төрки донъяһына киң билдәле Сәғит Агиш баҫып тора бит!
Сәй эсеп торманыҡ. Ваҡыт тар ине. Ул йүгереп йөрөп кейенгәнсе беҙ көтөп ултырып торҙоҡ. Бына әҙип плащын, күгерәк төҫтәге беретын кейҙе, ҡулына таяғын алды. Ишек асырға ынтылғайныҡ ҡына, ҡапыл туҡтап:
– Юҡ, егеттәр, былай булмай. Сәй эсмәнегеҙ, ҡоро сығара алмайым бит инде һеҙҙе, — тип, бер нисә аҙымда ғына торған кәштәһенә ынтылды ла, ике китап алып автограф яҙып, икебеҙгә берәр “күстәнәс” тотторҙо. Бер йыл элек кенә сыҡҡан “Ялан юлында” исемле китабына: “Фәрит дуҫҡа. Осрашыу иҫтәлеге. 10/Х-68” тип яҙылғайны.
Беҙҙең интернатҡа яҙыусылар йыш килә ине. Шулай ҙа иң яратҡандарыбыҙ Сәғит Агиш менән Мостай Кәрим булғандыр. Йор һүҙле, шаян Сәғит олатай бер үҙе лә, дуҫтарын эйәртеп тә килә торғайны. Уның шул ихласлығы арҡаһында беҙ, Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарынан йыйылған балалар, күп башҡорт яҙыусыларын ғына түгел, татар классиктарын да күреп ҡалдыҡ. Ундай бәхет кемгә эләгә әле ул! Хәсән Туфан менән бик йылы осрашыу хәтерҙә уйылып ҡалған. Унда Хәсән Туфандың төрмәлә ижад иткән “Турғай” исемле шиғырын ишетеп тетрәнгәйнем. Хәҙер ҙә был юлдарҙы тыныс ҡына уҡый алмайым.
Сәғит олатайҙың хәтере шәп ине. Ул бер шиғырын да ҡағыҙға ҡарап уҡыманы: барыһын да яттан белде. Маяковский, Бабич, Таҡташ, Туфан һәм башҡа шағирҙарҙың ижад емештәрен дә яттан һөйләй торғайны. Яҙыусылар уны үҙ-ара “аяҡлы энциклопедия” тип йөрөттө.
Билдәле археолог, тарих фәндәре докторы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов менән дуҫлығыма ла ныҡ ғорурланам. Бының өсөн дә, әлеге лә баяғы, интернатҡа бурыслымын. 1968 йылдың апрель-май айҙары ине, IX класты уңышлы ғына тамамлап киләбеҙ. Бер ваҡыт интернатта, археология экспедицияһына йәйгелеккә эшселәр кәрәк икән, тигән хәбәр таралды. Романтик күңелле бер нисә малай Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын эҙләп табып, уҡыуҙар тамамланғас та эшкә килергә ризалыҡ биреп, ғариза яҙып ҡайттыҡ. Экспедиция етәксеһе Нияз ағай Мәжитов булып сыҡты. Шулай итеп, 16-17 йәшлек биш егет — Хәйбулланан Нур Үзбәков, Баймаҡтан Нур Һунарғолов, Туҡ-Соран буйынан Миңлевәли Агеев һәм Йылайырҙан Рәсүл Солтанов менән мин — ике ай Башҡортостанды гиҙеп (Ҡалтасынан алып Ейәнсураға тиклем), ҡояшта янып, байтаҡ донъя күреп, бик күп нәмәгә өйрәнеп, ҙур ғына асыштар менән әйләнеп ҡайттыҡ. Экспедициянан һуң да Мәжитов ағай беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәне, интернатҡа килеп күрешеп, һөйләшеп йөрөнө. Мине, тарих факультетына инеп археолог бул, тип өгөтләне. Таусы һөнәрен һайлағас, үпкәләй биреп тә йөрөнө. Талантлы кеше бөтөн яҡтан да һәләтле инде. “Фәрит, һин бит таусы кеше, эйеме, күп йөрөйһөң, шул-шул яҡта, шул-шул ерҙә шундай-шундай убалар осрауы ихтимал. Ҡараштырып йөрө әле, осраһа, миңә хәбәр ит, йәме”, – тиер ине. Нияз ағай һорағас, ни ҡылаһың инде. “Эйе”, — тим. Шулай итеп, археологиянан “һыуына” алманым. Хәҙер ҙә был темаға яҙылған мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡыйым, асыштарҙы күҙәтеп барам.
Нияз ағай менән быйыл ғинуар аҙағында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 70 йыллыҡ юбилейында осраштыҡ. Олоғайған, сәсен “ҡылған” баҫҡан ағайым танырмы икән, тип шикләнә-шикләнә генә яҡынлаһам, күреп ҡалып, ҡосаҡлап алды.
– Фәрит, һин дә бындамы ни?
Ҙур кешеләр ябай була шул ул. Бына мин уның 1969 йылда бүләк иткән “Башҡортостан археологияһы. Ҡыҫҡаса тарихи очерктар” тигән китабын асып ҡарап ултырам. Беренсе битендә: “Фәрит дуҫҡа уңыштар теләп, археолог булмаҫмы тип, авторҙан”, — тип яҙылған.