Ҡаҙҙар һәм ҡыҙҙар донъяһында24.03.2015
Ҡаҙҙар һәм ҡыҙҙар донъяһында Ҡурас ауылындағы “Мотор” ауыл хужалығы предприятиеһын районда ғына түгел, ситтә лә һәйбәт беләләр. Уңышлы эшләгән ойошмаларҙың береһе ул. Ҡошсолоҡ – был предприятиеның төп тармағы, тиһәк, һис яңылышмабыҙ. Ҡаҙ үрсетеү менән бында 2007 йылдан бирле шөғөлләнәләр.

Мең баш ҡаҙҙан башланған эш ярайһы уҡ үҫешкән һәм бөгөн мул табыш килтергән ҙур фермаға әйләнгән. Бөгөнгө көндә бында дүрт меңдән ашыу ҡаҙ бар. Былтыр әлеге һан ете меңгә еткән булған, әммә эшселәр етешмәгәнлектән ҡоштарҙы кәметергә ҡарар иткәндәр. Әле фермала биш кеше эшләй: Ольга Бабина, Юлия Курганова, Валентина Шутемова, Светлана Юдина һәм төп белгес Людмила Завьялова.
Фермаға тауышланмай ғына инәбеҙ – ҡаҙҙарҙың йомортҡа һалған иң яуаплы осоро. Уларға мөмкин тиклем ҡамасауламаҫҡа кәрәк. Эшен бөтөргәндәре, бинанан сығып, иркендә, тышта йөрөй.
– Былтыр 65 мең ҡаҙ йомортҡаһы, 70 – 80 мең бәпкә һаттыҡ. Быйыл да ошо күрһәткескә өлгәшергә уйлайбыҙ. Халыҡ беҙҙең тауарҙы көтөп ала. Әле үк шылтыратып, ҡасан һатыуға сығарылыуы менән ҡыҙыҡһыналар. Башлыса Асҡын, Ҡариҙел яҡтарынан һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең ауылдарҙан киләләр бәпкә артынан. Тәүге йомортҡаларҙы инкубаторға һалдыҡ та инде. Киләсәктә ҡаҙ ҡаҡлау цехы асырға хыялланабыҙ, – тип һөйләй Людмила Завьялова.


Вернуться назад