Ватансылар тәрбиәләйбеҙ24.03.2015
Ватансылар тәрбиәләйбеҙ Мәктәптәрҙә белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын күтәреү, уҡытыуҙың көнкүреш менән бәйләнешен нығытыу, балаларҙы тормошҡа өйрәтеү бөгөн төп бурыс һанала. Мәғариф системаһы әүҙем һәм инициативалы, йүнсел һәм эшлекле, йәмғиәткә файҙа килтерә алырҙай яңы Башҡортостан гражданын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уға тәрән һәм төплө белем, ҡалыплашмаған ижади фекерләү һәләте, юғары мәҙәнилек хас булыуы фарыз.


Бына ошо йәһәттән хәрби-патриотик дә­рестәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙең Ниғәмәт урта мәктәбендә, төплө белем биреү менән бер рәттән, бала­ларҙың физик яҡтан һау-сәләмәт булып үҫеүенә лә ҙур иғтибар бүленә. Буласаҡ һалдаттар йыл да район күләмендә ойош­торолған хәрби йыйындарҙа алдын­ғылыҡты бирмәй. Әлеге уҡыу йылындағы уңыштар ҙа һөйөндөрә. Мәҫәлән, район буйынса ярышта Салауат Иҙрисов — 100 метрға йүгереүҙә беренсе, Даян Дәүләтов граната ташлауҙа икенсе урынды яуланы. ХI класс уҡыусылары Азамат Ғәйнуллин, Айбулат Мостафин, Х кластан Фидан Йәһүҙин, Нәғим Иҫәнбаев, Марсель Аҙна­ғолов та һынатманы. Беҙҙең балаларҙың концерты ла дәртлелеге, сағыулығы менән айырылып тора.
Мәктәптә сынығыу үткән егеттәр хәрби хеҙмәттә лә һынатмай. Мәҫәлән, Рәсүл Рәсүлев, Илмир Әмиров, Динар Уразбаев, Айбулат Хәсәнов, контракт буйынса хеҙмәт итеүсе Бөрйән Мусин, Рәдиф Хәмзин хаҡында хәрби частарынан ҡыуаныслы хаттар килеп тора. Улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ.
Тыуған иле алдындағы хәрби бурысын ҡаһармандарса үтәп ҡайтҡан элекке уҡыу­сыбыҙ Руслан Мансуровтың исемен телгә алырға кәрәктер. Ул Чечен Респуб­лика­һында хеҙмәт итте. Мәскәүҙә ойошто­ролған террор акты ҡорбандарын ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашып, үҙенең кешеләргә итәғәтле, иғтибарлы булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Рәсәйҙең эске эштәр министрының Рәхмәт хатына һәм Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды ул.

Дамир ӘҮӘЛБАЕВ,
йәшәйеш хәүефһеҙлеге
нигеҙҙәре уҡытыусыһы,
Башҡортостандың
мәғариф алдынғыһы.





Вернуться назад