Ижади ҡарашлылар, рәхим итегеҙ!24.03.2015
Башҡортостанда йәштәр мөхитендә экстремизмды иҫкәртеү буйынса республика конкурсы уҙғарыла. Унда республикабыҙҙа йәшәгән 14 – 30 йәшлектәр төрлө формалағы һәм жанрҙағы ижади проекттарын тәҡдим итә ала.


Бәйге йүнәлешенә тап килгән видеороликтар, таныштырыу сығыштары, листовкалар, мотиваторҙар һәм демотиваторҙар ҡабул ителә.
Сара дүрт этапта үтә. Тәүгеһендә, 1 июлгә тиклем, ойоштороу комитетына ғариза яҙырға һәм материалдарҙы тәҡдим итергә кәрәк. Икенсеһе, йәғни һайлап алыу туры, 1 июлдән 1 авгусҡа тиклем бара. Өсөнсө этап — Интернет аша тауыш биреү — 1 августан 1 октябргә тиклем уҙғарыла. Дүртенсе этапта, йәғни 20 октябргә тиклем, конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү күҙаллана. Ҡатнашыусыларҙы дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Сараны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. Һайлап алыу этабын үткән эштәрҙең барыһы ла тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн “Бәйләнештә” (vk.com) социаль селтә­рендәге “Башҡортостан йәштәре тыныслыҡ һәм татыулыҡ өсөн!” асыҡ битендә урынлаштырыла. Ғаризалар һәм конкурс материалдары түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 218-02-96. Электрон почта: [email protected].



Вернуться назад