“Еҫе килә”26.11.2011
Октябрьский ҡалаһы менән Өйәҙетамаҡ ауылы араһында ҡаланы һыу менән тәьмин итеү бүлексәһе эшләй. Уның айырым нөктәләре лә бар. Һәр береһендә дежурҙа торалар.
“А” нөктәһендәге дежур Ғәзинур “Б”-лағы Рәмилгә шылтырата. Шаярып:
— Ғәзинур, эскәнһең бит, әй, нишләп эш ваҡытында тәртип боҙаһың? — ти.
— Ә-ә... Еҫе ныҡ киләме?
— Эйе, ныҡ килә, трубканан прәме бәреп сыға. Мастер килеп киткәйне, ярай әле һөйләшеп торманы, улайһа башың бөтә ине...
Мәрхәбә ХОҘАЙҒОЛОВА.
Туймазы районы,
Өйәҙетамаҡ ауылы.


Вернуться назад