Әҙәбиәт йылы уңайынан Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына уҡыусыларҙың теләге буйынса шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, әҙәби тәнҡитсе Зәки Әлибаев саҡырылғайны. Был ике әҙиптең дә балалары беҙҙең гимназияла белем ала. Байрам дәртле моң, шатлыҡлы йырҙар менән башланып китте. Лариса Хашим ҡыҙы балалар өсөн яҙылған “Балҡантау эйәһе” повесы хаҡында һөйләне. Артабан ул һәр беребеҙҙең күңелен елкендерер, йөрәктәргә барып етер шиғырҙарын уҡыны. Бигерәк тә тарихи шәхестәргә арналғандары һәр беребеҙҙе тетрәндерҙе. Ә әҙәбиәт белгесе Зәки Әлибаев хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл үрнәктәре, яҡшы әҫәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр бирҙе. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән бергә килгәйне. Әлиә Әбдрәшитованың дәртле бейеүҙәре, Динар Мансуровтың үҙе ижад иткән моңло йырҙары һәр кемдең күңелен арбаны.
Әҙәбиәт йылының гимназиялағы тәүге сараһында уҡ быйылға уй-ниәттәр асыҡланды. Мәктәбебеҙҙә милли әҙәбиәтебеҙҙең матур үрнәктәрен өйрәнеп, китап менән дуҫ булып йәшәү – тәү маҡсат. Быны һәр гимназист яҡшы аңлай. Күберәк китап уҡыу, әҙәби һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу – беҙҙең йыллыҡ йөкләмәбеҙ.
Әҙилә ӘЛИБАЕВА,
гимназия уҡыусыһы.