Төбәктә йәшәгән ветерандарға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырылды. Награданы 22 яугир алды. Еңеүселәрҙе ҡотларға 10-сы мәктәптең кадет класы уҡыусылары килгәйне. Һуғыш йылдарында Учалы районынан 13,5 мең кеше фронтҡа киткән, шуларҙың 9 меңдән ашыуы яу яланында һәләк булған. Алты яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, тағы ла өсәүһе — Дан ордены кавалеры. Еңеүҙең 70-се яҙын 51 һуғыш ветераны, 1 103 тыл эшсәне, һәләк булған яугирҙәрҙең 336 тол ҡатыны ҡаршылай.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ветерандарға ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе. Һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, һәйкәлдәрҙе һәм обелисктарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур эш башҡарыла, һалдаттарҙың ҡәберҙәре тәртипкә килтерелә.