Йәй миҙгеленә әҙербеҙме?21.03.2015
Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың 2015 йылғы янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлеген тикшереү буйынса ведомство-ара комиссияһының йомғаҡлау ултырышы булды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев үткәрҙе.
– 2 – 14 мартта янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлек тикшерелде. Сара барышында бөтә министрлыҡтар һәм ведомстволар хәүефле миҙгелгә тулыһынса әҙер тип баһаланды, — тине Марат Мәһәҙиев кәңәшмәне асып.
Вице-премьер шулай уҡ былтыр төбәктең Волга буйы федераль округы комиссияһы тикшереүен дә уңышлы үтеүен хәтергә төшөрҙө. Кәңәшмә барышында урмандарға айырым иғтибар биреү зарурлығы билдәләнде. Былтыр төбәктә 50 янғын теркәлгән.