Ҡыйыуыраҡ! Бүләк хужаһын көтә21.03.2015
Республика Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия
1 марттан 31 майға тиклем дәғүәселәрҙән эштәр ҡабул итә.


Конкурста һуңғы ике йылда матбуғатта баҫылып сыҡҡан йәки практикала тормошҡа ашырылған проекттар ҡатнаша ала. Уларҙың исемлеге республика матбуғатында донъя күрәсәк. Фән, техника, технологиялар, инновациялар буйынса башҡа премияға тәҡдим ителгән йәки дәүләт әһәмиәтендәге ошондай уҡ премияны алған эш тәҡдим ителә алмай.
Дәғүәселәр коллективы биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Ҡатнашыусылар араһында лайыҡлылар табылмаһа, премия тапшырылмай. Лауреаттың биш йылдан ғына ошо уҡ премияға ҡайтанан тәҡдим ителеүе мөмкин.
Документтар 31 майға тиклем ҡабул ителә. Комиссияның адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, 315-се бүлмә. Бе­лешмә өсөн телефон: (347) 280-80-93. Эште тәҡдим итеүҙең һәм документты тул­ты­рыуҙың тәртибен боҙоп тапшы­рылған йәки почта аша ебәрелгән ма­те­ри­алдар ҡаралмай.






Вернуться назад