Афәт айырыуса йәштәрҙе һағалай21.03.2015
Наркомания – рәсәйҙәрҙе генә түгел, тотош донъя халҡын борсоған афәт. Германияла хатта наркотиктар буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһы булдырылған. Башҡортостанға килгәндә, былтыр 6 меңдән ашыу енәйәт осрағы теркәлһә, шуларҙың 12 проценты наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә тура килгән.

– Республикала наркотиктарға ҡағылышлы енәйәттәргә ҡаршы алып барылған эш һөҙөмтә бирә. Дезоморфин менән бәйле проблемаларҙы кәметеүгә өлгәшелде. Хәҙер ҡайһы бер дарыу препараттарын һатыу сикләнһә лә, был мәсьәлә быға тиклем дә һәр ваҡыт күҙ уңында тотола ине, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышын үткәргәндә. Унда республика Хөкүмәте ағза­лары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашып, был юҫыҡ­та республикалағы хәлде тикшерҙе, төрлө афәткә ҡаршы иҫкәртеү сараларын бергәләп атҡарыу хаҡында һөйләште.
Кәңәшмәлә йәштәр араһында наркотиктар һәм башҡа ағыулы матдәләрҙе ҡулланыу­сыларҙы асыҡлау менән әүҙемерәк шөғөл­ләнергә, йыл һайын диспансерлаштырыу ойошторорға, наркомандарҙы реабилитациялау менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итергә тигән фекерҙәр әйтелде.





Вернуться назад