Эшҡыуарлыҡҡа — “йәшел ут”21.03.2015
Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашты.
Сарала эшҡыуарҙар, дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары, кредит учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу барышында предприятиеларҙың эш һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу, власть менән бизнестың үҙ-ара эш итеүе буйынса тәҡдимдәр тикшерелде.
– 2015 йылдың ике айы йомғаҡтарына ҡарағанда, сәнәғәт етештереүе күләме арта. Былтырғы ғинуар-февраль менән сағыштырғанда, 3,6-3,7 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Мартта ла борсолорға урын юҡ кеүек. Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙың финанс күрһәткесе түбәнәйә. Был республика ҡаҙнаһына ингән һалым керемдәрендә сағылыш тапмай ҡалмай, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бындай шарттарҙа йылдамлыҡ күрһәткән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, эшҡыуарлыҡҡа һалым баҫымын кәметеү, яңы асылған предприятиелар өсөн ташламалар биреү һөҙөмтәһендә республика ҡаҙнаһы 3-4 миллиард һумды юғалтыуы ихтимал.
Алып еткерелмәгән килем мәсьәләләрен хәл итеү өсөн республика Башлығы дәүләт структураларын ҡулайлаштырырға, ҡайһы бер йүнәлештәрҙә ҡәтғи экономия алымын ҡулланырға тәҡдим итте.