Үҙең бүләк21.03.2015
У. Кинйәбулатов һүҙҙәре,
Р. Сәхәүетдинова көйө.


Ниңә икән һинең исемеңде
Ҡушам һаман моңло йырҙарға?
Мөхәббәтем, бәхеткәйем минең
Тулып ағыр микән ярҙарға?

Әгәр һөйһәң, яҙҙар булып
һөйһәң,
Йөрәгемдә һағыш һүрелер.
Яҙғы ҡояш көткән мөхәббәтем
Гөлдәр булып нурға үрелер.

Йәшлегемде һиңә бүләк иттем,
Ғүмер наҙым булһаң, һуңлама.
Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк,
Миңә башҡа бүләк һайлама.


Вернуться назад