Димселекте хуплайым21.03.2015
(Г. Ғәбитова, “Ни өсөн йәштәр ғаилә ҡормай, йәки Туй ул мәжлес кенәме?”, 2015 йыл, 20 февраль)

“Башҡортостан” гәзите йөкмәткеһенең тәрәнлеге, күтәреп сыҡҡан мәсьәләләренең төрлөлөгө һәм мөһимлеге менән һуңғы йылдарҙа айырыу­са ихтирам яулай. Шуға күрә лә ул, әүәлгесә, халҡыбыҙҙың иң яратҡан баҫмаһы булып ҡала, ә үткәргән “түңәрәк өҫтәл”дәре күңелгә хуш килә.

Халҡыбыҙҙың абруйлы шәхестәре, димләү менән шөғөлләнеүселәр ҡатнашлығында ойош­торолған әңгәмәне ҡабат-ҡабат уҡып, оло ҡыуаныс кисерҙем. Арҙаҡлы ғалим, яҙыусы Әхмәт Сөләймәнов әйтмешләй ҙә, тарихтан да белеүебеҙсә, димселек – ул бик боронғо йола. Элек хатта батшалар, королдәр үҙ балаларын күбеһенсә димсе-яусылар аша өйләндергән. Илебеҙ тарихында ла был ғәҙәт күҙәтелә.
Рәсәй батшалығына килен булып төшкәс, Екатерина II исемен ҡабул иткән ханымды миҫалға килтерергә мөмкин. Ул — империяны киңәйтеүгә, нығытыуға ҙур өлөш индергән ҡатын. Шуға күрә, йомшаҡ ҡына әйткәндә, уның барлыҡ насарлығын онотоп, сикһеҙ данға күмгәндәр. Әле һаман маҡтайҙар, хатта башҡорттар ҡан түгеп яулаған Рәсәй мосолмандарының дини идаралығын уның 220 йыллығын билдәләгәндә батшабикә мәр­хәмәте, бүләге тип иғлан иттеләр. Ә башҡорттар хаҡында ләм-мим.
Шөкөр, халҡыбыҙҙың ғорур рухы һынмаған әле. Димселәр нәҡ шул милләттең рухи ныҡлығына, демографик күрһәткестәрҙе үҫтереүгә, үҙаңды күтәреүгә булышлыҡ итә. Әңгәмәлә ҡатнашҡан ханымдарҙың күптән түгел башланған димселек, таныштырыу эшмәкәрлегенең ыңғай һөҙөмтәләр биреүе бик хуп! Әнүзә Йомағолова 20 парҙы ҡауыштырған, тимәк, ул 40 кешегә бәхет бүләк иткән тигән һүҙ. Фәимә (Айгөл) Ниғәмәтуллина 322 кешегә изгелек эшләгән. Ниндәй һоҡланғыс өлгө! Хөрмәтле ҡатындарҙың изге, ижади эшенә бәрәкәт насип булһын. Берәй заман “Башҡортостандың атҡаҙанған димсеһе” тигән маҡтаулы исем бул­дырылһа, беренсе “яусы”ларыбыҙ уға лайыҡлы тип табылыр ине.
Баҫма биттәрендә “Йөрәк менән йөрәк ҡауышһын” рубрикаһы булдырылыуы, унда оло йәштәгеләрҙең дә мөрәжәғәт итә алыуы ҡыуаныслы. Димселәребеҙ берҙән-берен, парын эҙләгәндәргә үҙ милләте вәкилен табырға, таныштырырға тырышһын ине.






Вернуться назад