Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестры баянсыһы Рәмис Хәкимов коллегаһы актриса Гөлмирә Исмәғилева менән никах уҡытып, әлеге көндә йәштәрҙең гөр килеп туйға әҙерләнгән саҡтары.
– Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, театрға эшкә килгән көнөнән үк был ҡыҙға ғашиҡ булып, уны кәләш итеп алырға ниәт иттем, – ти Рәмис. — Туй тантанаһы йәйгә тәғәйенләнгән.
Өфө ҡыҙы Альбина Тойғонова менән Ҡырмыҫҡалы егете Азат Сәйфуллиндың бәләкәй саҡтарында ата-әсәләре шаяртып ҡына ҡолаҡтарын тешләткән була. Ә хәл иһә ысынға сыға: 2014 йылдың авгусында ике ғаилә ҡоҙалашып, туйға йыйыла.
Азат берҙән-беренә ҡарата сикһеҙ мөхәббәтен, йәғни кейәүгә сығыу тәҡдимен донъялағы иң бейек йортта – Дубай ҡалаһындағы “Бурдж Халифа”ла яһаған. Сәйфуллиндар үҙҙәренең мөхәббәт тарихын сағылдырған милли рухтағы һоҡланғыс фильм да төшөргән.