Кейәү егеттәрҙең бурысы21.03.2015
Һинең өсөн донъялағы иң матур ҡыҙ — һөйгәнең менән рәсми рәүештә никах теркәү көнөндә, егет, ҡаушап ҡалма, беҙҙең ҡыҫҡа нәсихәттәребеҙгә күҙ һал. Туй иртәһендә түбәндәгеләр өсөн һин яуаплы:

uКәләш гөлләмәһе. Ғә­ҙәттә, уны, һулып өлгөрмәһен өсөн, тап тантана көнөндә эшләйҙәр. Үҙең йә шаһитың барып алған хәлдә лә сәскә салонының адресын, тәғәйенләнгән ваҡытты белешергә онотма.
uПаспорт. Ҡыҙҙың да, егеттең дә был документтарын ЗАГС-ҡа мотлаҡ алып барып еткереү өсөн, туй иртәһендә уларҙың бер кеше ҡулында булыуы уңайлы.
uБалдаҡтар. Өйрәнелгән йола буйынса, алтын йә көмөш туй биҙәүестәре егет кешелә һаҡлана.
uАҡса. Кәләш алғанда ла уның кәрәге тейер: ҡыҙҙы һатып алыуҙан башлап, төрлө парк, ял урындарында фотоға төшөү һәм башҡа байрам мәшә­ҡәттәре өсөн кеҫәңдә күпмелер аҡса йөрөт.
Алда һаналған дүрт нәмәне онотмаһаң, афарин! Тик туй мәлендә тағы кәнфит, ҡағыҙ аҡса, тәңкә, ваҡ биҙәүес кеүек кәләштең дуҫ ҡыҙҙарына бүләк итеп “ҡотолорлоҡ” әйберҙәр кәрәк булыуы ихтимал.
Тышҡы ҡиәфәтҡә ҡағылышлы мөһим пункттар хаҡында ла онотма. Улар иһә – галстук, ҡаптырмалар, костюмға ҡуйыр өсөн сәскә, тараҡ, сәғәт, портмоне һ.б.


Вернуться назад