Кәләштәргә туй алдынан туғыҙ “ярамай”21.03.2015
Иртәгә туй тигән көнгә миләш-кәләштәр өсөн файҙалы кәңәштәр еткерәбеҙ:

uСәс менән төрлө тәжрибә үткәрмәгеҙ, йәғни һуңғы сәғәттәрҙә толомоғоҙҙо ҡырҡырға, буярға тырышмағыҙ.
uБит тиреһен профессиональ таҙалауҙан баш тартығыҙ, юғиһә йөҙөгөҙҙөң ҡыҙарыуы, кәйефегеҙ мөшкөл булыуы ихтимал.
uБыға тиклем ҡулланып ҡарамаған ҡыҙыныу (автозагар) сараларынан йыраҡ тороғоҙ, солярий менән дә һаҡ булығыҙ, “леопард тиреһе” бер кемгә лә гүзәллек өҫтәмәҫ.
uСәй, ҡәһүәне күп эсмәгеҙ, был эсемлектәр тештең эмален һарғайта.
uӨйкәмәһен өсөн яңы аяҡ кейемендә йөрөмәгеҙ. Ә туйға алынған туфлиҙы бер нисә көн алдан кейеп, һуҙып, уңайлы формаға еткереү мөһим.
uЯңы төр аш-һыу менән мауыҡмағыҙ. Экзотик аҙыҡтарҙың һеҙ уйлап та бирмәгән аллергия йә башҡа бәлә тыуҙырыуы бар.
uТуй алдынан кис һыуҙы артыҡ эсмәгеҙ, шешкән күҙҙәр ғүмер байрамығыҙҙың йәмен кәметер.
uҺуңға тиклем ултырмағыҙ, ваҡытында йоҡларға ятығыҙ. Тейешле ялдан һуң йөҙөгөҙ ҡояштай балҡыр, ә ҡарашығыҙ яҡты нур һибер.
uЮҡ-бар мәшәҡәт өсөн борсолмағыҙ. Тик яҡшыға өмөтләнегеҙ, туйығыҙҙы матур үткәрегеҙ.


Вернуться назад