Ут-һыу кискән дуҫым21.03.2015
Ер бик ташлы урында. Таң беленгәнсе ҡаҙыныҡ. Окоптарҙың тәрәнлеге 80-90 сантиметрҙан артманы. Йоҡларға рөхсәт иттеләр. Беҙҙе уятҡанда ҡояш ҡалҡҡайны. Урмандың ике сигендә лә артиллеристар орудиеларын урынлаштыра.
Яңы урынға килдек. Уҡсы роталар үҙҙәренең араһында беҙгә урын ҡалдырған. Бында тупраҡ йомшаҡ. Окоптарҙы тиҙ ҡаҙыныҡ. Кисә 50 саҡрым юл үттек. Бик арығанбыҙ. Окоптарҙа ултырып йоҡланыҡ.
Иртүк беҙҙе немецтар уятты. Оборонабыҙға снарядтар, миналар яуҙы. Уларға ышыҡланып, дошман һөжүм башланы. Винтовкаларынан, автоматтарынан ут асып, беҙҙең яҡҡа йүгерҙеләр. Беҙҙең оборона дәррәү ут асып, алты һөжүмде кире ҡаҡтыҡ.
Ҙур юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, немецтар ут яуҙырыуҙы туҡтатмай. Һөжүм алдынан беҙҙең оборонаны артиллерия уты аҫтына оҙағыраҡ тоталар. Беҙ — окоптарҙа, фашистар — асыҡ урында. Ут асып, уларҙы сигенергә мәжбүр итәбеҙ. Беҙҙең “Ил”дар — штурмовиктар — көн һайын дошманға өс-дүрт тапҡыр һөжүм итә, “Катюшалар” ут аса. Уң яҡтан артиллеристарҙың дошман танктары менән атышҡан тауыштары ишетелә.
Лейтенант Часов һәр бәрелештән һуң һалдаттарын барлап сыға ине. Биш һөжүмде кире ҡаҡтыҡ, ләкин ул күренмәне. Лейтенанттың окобы эргәһенә килдем. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте: ул йөҙө менән окоптың стенаһына терәлгән. Бил ҡайышын снаряд ярсығы өҙгән. Гимнастеркаһының аҫҡы яғында ҡан. Иң тәжрибәле 54 йәшлек Кастровты, Искәндәрҙе, Цапенконы саҡырҙым. Ул тере ине. Уны плащ-палаткаһына һалып, санчасҡа алып барҙыҡ. Баранов, Берзин һәләк булды, дүрт кеше яраланды. Взвод командирының ярҙамсыһы Петров та яраланғайны. Немецтар башта үлгән һалдаттарын ҡалдырмай, алып китәләр ине. Һуңынан ҡорбандарын ҡалдырып киттеләр. Уларҙан ауыр еҫ тарала. Мәйеттәрҙе бомба, снаряд соҡорҙарына күмергә ҡуштылар.
Киләһе көн беҙҙең өсөн иң ауыры булды. Дошман ике “Тигр” менән һөжүм башланы. Уҡсы роталар, ике яҡтан ут асып, танктар артынан килгән һалдаттарҙың юлын бүлде. Танктар ата-ата беҙгә яҡынлашты. Беҙ ҙә ПТР-ҙан уларға ут астыҡ. Кинәт танктарҙың береһе атыуҙан туҡтап, артҡа сигенде. Икенсеһе лә күҙҙән юғалды. Кискә табан тағы ике “Тигр” һөжүм итте. Береһе яҡынлашҡас, гранаталар, шешәләр ырғытып, уны яндырҙыҡ, икенсеһе сигенде.
Беҙҙең взводтан өс кеше һәләк булды, биш кеше яраланды. Үлгәндәрҙе арбаға һалып, Никольское ауылы эргәһендәге туғандар ҡәберлегенә алып киттеләр. Курск һуғышының дүрт көнөндә взводтың яртыһын юғалттыҡ.
Фашистың һуңғы һөжүме ҡояш байыр алдынан башланды. Мин снаряд ярсығынан яраландым. Атыштар туҡтағас, Искәндәр эргәһенә килдем. Ул мине бер ни тиклем оҙатып барҙы.
– Мин ҡайта алмаһам, бында нисек һуғышҡанды беҙҙең өйгә яҙ. Ҡайтһаң, һөйләрһең.
Быны ишетеү ауыр ине.
– Үҙеңдең иҫән-һау ҡайтыуыңды теләйем.
– Теләгең ҡабул булһын, — тине ул.
Дуҫымды ҡалдырып китеү ауыр булды. Никольское ауылында урынлашҡан санмедбатта операция яһап, ярамдан тимер ярсығын алдылар. Волчанск ауылына ялан госпиталенә ебәрҙеләр. Ай ярым уҙғас, һауыҡҡан 40 һалдатты үҙебеҙҙең 15-се дивизияға оҙаттылар. Штабтың кадрҙар бүлегенән мине танктарға ҡаршы һуғышҡан батареяға ебәрҙеләр. Беҙ Көнсығыш Украинаны азат итеүҙә, Днепр йылғаһын кисеүҙә ҡатнаштыҡ.
Немецтарҙың танк һөжүмен кире ҡаҡҡанда ауыр яраландым. 1944 йылдың башында Чарджоу ҡалаһында урынлашҡан госпиталдән 19 йәшемдә 2-се группа инвалиды булып өйгә ҡайттым. Ильинка приискыһында, старателдәр артелендә бухгалтер булып эшләй башланым.
Һуғыш бөткәс, Искәндәр ҡайтып төштө. Уның менән оҙаҡ һөйләштек. Ул ике тапҡыр яраланған. Югославияла, Венгрияла һуғышҡан. Өсөнсө тапҡыр яраланғас, госпиталдән өйөнә ҡайтарғандар. Уға кесе лейтенант званиеһы биргәндәр. Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән. Дуҫымдың өйгә ҡайтыуы уның ғаиләһе, яҡындары, минең өсөн дә ҙур шатлыҡ ине.
Искәндәр Ильинка ете йыллыҡ мәктәбендә физкультуранан уҡытты. Ситтән тороп Белорет педучилищеһын тамамланы. Әүеш, Өргөн ете йыллыҡ мәктәптәренең директоры булып эшләне. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында хеҙмәт дәрестәренә иғтибар көсәйҙе. Ул пенсияға сыҡҡансы Учалы ҡалаһында урта мәктәптә хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләне.
Малай саҡта башланған дуҫлығыбыҙ дауам итте. 1986 йылда үҙебеҙ һуғышҡан урындарҙы, окоптарыбыҙҙы барып күрҙек. Яраланған лейтенант Часовты, үлгән иптәштәребеҙҙе иҫкә алдыҡ. Гатище, Никольское ауылдарында булдыҡ. Һуңынан туғандар ҡәберлеген ҡараныҡ. Бында беҙҙең дивизиянан ике мең самаһы яугир, дүрт Советтар Союзы Геройы ерләнгән. Беҙҙе Белгород өлкәһе хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире И.С. Соловецкий оҙатып йөрөнө.
1988 йылдың 23 авгусында Харьковты фашистарҙан азат итеүҙең 45 йыллығын билдәләнеләр. Ветерандарҙы саҡырҙылар. Беҙҙең дивизиянан 200 кеше ҡатнашты. Шул иҫәптән 14 кеше — Башҡортостандан. Искәндәр ҡатыны Рәхимә менән килгәйне. Паркта митинг булды, халыҡ күп йыйылды. 15-се гвардия дивизия командиры, отставкалағы генерал Петр Михайлович Чирков сығыш яһаны. Артистар күңелгә ятырлыҡ концерт күрһәтте. Төрлө өлкәләрҙән килгән ветерандар генералды киске ашҡа саҡырҙы.
– Һеҙ мине дөрөҫ аңларһығыҙ, — тине ул. — Башҡортостандан килгән яҡташтарым менән бергә булырға һүҙ бирҙем.
Ул ошондай шарт ҡуйҙы: бер тамсы ла иҫерткес эсемлек булмаһын. Беҙ педтехникумда урынлашҡайныҡ. Аш мәжлесе бик күңелле уҙҙы. Генерал үҙенең тормошо тураһында һөйләне. Ул Асҡын районында тыуған, Стәрлетамаҡ ҡалаһында комсомол комитетында эшләгән, һуңынан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән. Генералға, уның ҡатынына Миәкә районы уҡытыусыһы Закуан Төхвәтуллин килтергән башҡорт балы бигерәк оҡшаны.

Сабир ЙЫҺАНШИН,
Республика һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары
советы президиумы ағзаһы.


(Аҙағы. Башы 51, 52-53-сө һандарҙа).





Вернуться назад