(Т. Бәширова, “Әкиәтме был? Оятһыҙлыҡ!”,
2015 йыл, 23 ғинуар)
Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ҡаршыһындағы “Әкиәт” магазинында араҡы һатылыуы тураһындағы хатҡа яуап алдыҡ. Унда шулай тиелә:
“Мөрәжәғәтте асыҡлап, хакимиәт белгестәре был сауҙа нөктәһен барып тикшерҙе, уның 2006 йылдың 31 авгусында бирелгән һәм 2016 йылдың 30 авгусына тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ 682-се лицензияға ярашлы эшләгәне асыҡланды.
Өфө ҡала Советы ҡарарына ярашлы балалар, мәғариф, медицина ойошмаларынан һәм спорт объекттарынан 25 метр алыҫлыҡта урынлашҡан кибеттәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатырға мөмкин. “Әкиәт” сауҙа нөктәһенән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына тиклем ара иһә 30 метр тәшкил итә”. Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Ғафаров ҡул ҡуйған яуаптан аңлашылыуынса, ошо “артыҡ” 5 метр арҡаһында бөгөн “Әкиәт”тә иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйып булмай. Ысынлап та, әкиәт бит был!
Шул уҡ ваҡытта белем усағынан юл аша ғына урынлашҡан был кибеткә инеп сыҡмаған уҡыусы бик һирәк. Ундағы теҙелеп киткән һыра-хәмер, тәмәке кәштәләре йәштәрҙең киләсәгенә насар тәьҫир яһамаҫмы?! Ҡала Советы депутаттары ошо хаҡта нимә уйлай икән?
Гәзит ваҡытында килһә генә ҡәҙерле(Р. Зиннуров, “Рухи аҙыҡтан мәхрүм итмәһендәр ине”,
2015 йыл, 30 ғинуар)
Уҡыусыбыҙҙың гәзитте бик һуңлатып алып килеүҙәре тураһындағы мөрәжәғәте буйынса “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы вәкилдәре урында тикшереү үткәргән. Хәҙер баҫма тейешле ваҡытта таратыла. Ә Мәсәғүт почта бүлексәһенең эш сифаты күҙәтеүгә алынған.
Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.